Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
5 Май 2025, 18:50

Ҡыҙыл кәбеҫтәнән әҙерләнгән һут эсегеҙ

Сәләмәт булығыҙ!

Ҡыҙыл кәбеҫтәнән әҙерләнгән һут эсегеҙҠыҙыл кәбеҫтәнән әҙерләнгән һут эсегеҙ
Ҡыҙыл кәбеҫтәнән әҙерләнгән һут эсегеҙ

Бөйөк Британия ғалимдары фекеренсә, был эсемлек ҡан тамырҙарын, бауырҙы таҙарта, яман шеш күҙәнәктәрен үлтерә, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй һәм организмды нығыта.

Һутты әҙерләү еңел генә: 1 йәшел алманы (орлоҡтарынан таҙартып), 300 г ҡыҙыл кәбеҫтәне һәм берәр бәйләм бөтнөк һәм базиликты турап, шыҡ массаға әйләнгәнсе блендерҙа иҙергә. 

Тәүҙә 1 стакан эсеп ҡарағыҙ. Организмда кире реакциялар булмаһа, иртәле-кисле 1-әр стакан эсергә мөмкин. Татлы булһын тиһәгеҙ, һутҡа 1 ҡалаҡ бал өҫтәргә мөмкин.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас