

3 йомортҡаға 130 мл һөт, самалап тоҙ һалырға ла, күперткәнсе миксер менән туҡыйбыҙ. Был массаы целофан пакетҡа һалып (2 ҡат итһәң, ышаныслыраҡ була), ауыҙын бәйләйбеҙ ҙә, ҡайнап ултырға һыуға һалабыҙ. 10 минут бешкәс, уны һыуҙан алабыҙ ҙа, тәрилкәгә һалабыҙ.
Ошо уҡ омлетты колбаса (50 г) йәки сыр (100 г), йәшелсәләр (1-әр аш ҡалағы туралған һуған, татлы борос, помидор), бәшмәк (алдан майҙа ҡыҙҙырылған 2 шампиньон) йәки тәмләткестәр (1-әр балғалаҡ сальса һәм аджика) менән дә әҙерләргә була. Тик был осраҡта 2 йомортҡаға 60 мл һөт һалып күпертергә һәм үрҙә яҙылған ризыҡтарҙың йәнегеҙгә оҡшағанын һалып бутарға кәрәк. Һәм целофан пакетты ҡайнап торған һыуҙа 20 - 30 минут тоторға онотмағыҙ.