Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Май 2025, 16:39

Көндәр йылыта, әммә...

Муйыл һыуыҡтары үттеме? 9 майҙа көн нисек булыр?       

Көндәр йылыта, әммә...Көндәр йылыта, әммә...
Көндәр йылыта, әммә...

Май һалҡынса, ямғырлы, елле көндәр менән башланып китте. Әммә иртәгәнән һауа торошо ныҡлы ғына йылыта: республиканың күпселек төбәктәрендә көндөҙ +21...+24 градус йылы буласаҡ. Яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә + 7...+10 градус йылы. Әммә ике-өс көндән, йәғни шаршамбынан һауа торошо бер аҙ үҙгәрә, ти синоптиктар. Башлыса болотло, урыны менән ямғырлы һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк, шулай ҙа температура артыҡ түбән төшмәйәсәк: көндөҙ +17...+20, төндә +6...+8 градус. 

9 Майҙа - Бөйөк Еңеү байрамында ла көндөң болотло булыуы, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыу ихтималлығы хаҡында хәбәр итә белгестәр. 

Автор фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
 
 
Автор:
Читайте нас