

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров менән бәхилләшеү тантанаһы үтте. Иртә таңдан театр янынан кеше өҙөлмәне, уның ижадын яратыусылар республиканың төрлө мөйөшөнән килгән ине.
Матәм митингында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе актерҙың туғандарына, яҡындарына һәм уның ижадын һөйөүселәренә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.
– Башҡорт ауылында үҫкән Фидан Сафа улы Өфөнө яулап алды һәм ысынлап та халыҡ артисы, миллиондарҙың яратҡан артисы булды, – тине республика етәксеһе. – Уны ҡабатланмаҫ таланты, юғары аҡылы, ҡаһарманлығы өсөн яраталар. Сәхнәләге образдарының үҙенсәлекле көсө һәм сағыулығы өсөн. Һәм, әлбиттә, беҙҙең күңелдәргә ингән йырҙары өсөн. Ул һәр ваҡыт ҙур залдарҙа ла, бәләкәй ауыл мәҙәниәт йорттарында ла тулы уңыш менән сығыш яһаны.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Фидан Ғафаров “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденына лайыҡ булды.
Хушлашыу тантанаһында республика Башлығы дәүләт наградаһын актерҙың улына, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровҡа тапшырҙы.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова артистың туғандарына һәм талантын хөрмәт итеүселәргә телеграмма ебәргән. "Фидан Ғафаров башҡорт театрының сағыу актеры, милли сәхнәнең ысын символы булды, уның исеме Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрының үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән”, – тип билдәләне Ольга Любимова үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә.
Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзы рәйесе Владимир Машков та ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәргән, унда, атап әйткәндә, Фидан Сафа улының вафат булыуы бөтә Рәсәй сәнғәте һәм миллионлаған артист талантын һөйөүселәр өсөн ауыр юғалтыу тип билдәләй.
Бөйөк актерҙы һуңғы юлға оҙатырға уның ижадын күп һанлы һөйөүселәре, коллегалары, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, ижади һәм йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре килде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов күренекле сәхнә оҫтаһы хаҡында иҫтәлек башҡорт сәнғәте тарихында һәм тамашасыларҙың йөрәгендә мәңге ҡаласағын билдәләне.
Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәнов, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рифҡәт Исрафилов, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Рауил Шәрәфиев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин хушлашыу һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Бәхилләшеү тантанаһынан һуң матәм колоннаһы артистың тыуған төйәгенә – Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылына юлланды. Фидан Ғафаров унда, һөйөклө ҡатыны янында ерләнәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.