Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Апрель 2025, 16:48

Бәпембәнән бал яһағанығыҙ бармы?

Ашығыҙ тәмле булһын

Бәпембәнән бал яһағанығыҙ бармы?Бәпембәнән бал яһағанығыҙ бармы?
Бәпембәнән бал яһағанығыҙ бармы?

300 сәскә йыйып алабыҙ. Ике стакан һыуға 1 килограмм шәкәр һалып, иҙелеп бөткәнсә ҡайнатабыҙ. Сәскә баштарының һары өбөрҫөһөн генә ҡалдырып, һалҡын һыуҙа йыуып алып, сиропҡа төшөрәбеҙ. 20 минут ҡайнатҡандан һуң уттан алырға. Ике-өс минут ҡалғас, ярты лимон һуты йә ярты балғалаҡ лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ. Икенсе көнөнә марля аша һөҙөп, ҡуйырығын ташлайбыҙ, ә сиробын йәнә 20 минут ҡайнатып алабыҙ.

Тик шуға иғтибар итегеҙ: бәпембә сәскәһен йыйып алғас, бер нисә минут йәйеп һалып тороғоҙ. Был саҡта уларға эйәләшкән бөжәктәр сыға, артабан һыуыҡ һыуға бер аҙ һалып тороп, ҡулланырға мөмкин. Әммә иртәгә эшләрмен әле тип ҡалдырмағыҙ, бәпембә сәскәһен өҙөп алғас та эшкәртергә кәрәк, сөнки ул тиҙ ҡарая һәм яна.

Сығанаҡ: Тамаша журналы

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас