

Сибай ҡалаһы дауаханаһына ҡул суҡтары янған 75 йәшлек ир һәм ныҡ ҡына бешкән 76 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ҡатынды ашығыс рәүештә реанимацияға һалалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын вафат була. Был турала РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы хәбәр итә.
Баҡһаң, Иҫке Сибай ауылында йәшәгән хужабикә өйөндә ашарға әҙерләгән саҡта зыян күрә. Өҫтөндәге халаты янып китә, ә ире ҡулдары менән утты һүндерергә маташа. Ул да бешкәс, ҡатындың өҫтөнә һыу ҡоя ла дауаханаға алып китә.
МЧС иҫкәртә:
* янып китерлек ҡорған-шаршауҙарҙы, таҫтамалдарҙы, ҡатырға һауыттарҙы, пакеттарҙы ут сығанағынан алыҫыраҡ тотоғоҙ
* синтетик кейем кеймәгеҙ, ул оҙон еңле, оҙон билбаулы булмаһын
*оҙон сәсте лә йыйып ҡуйырға кәрәк
*ут янған конфоркаға арт менән боролмағыҙ
*майлы ҡыҙған табаға һыу ҡоймағыҙ.
Фото: МЧС Башҡортостан.
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите