Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
24 Апрель 2025, 17:27

Кишер

Был тамыраҙыҡ ике ваҡытта сәселә. Кишерҙең нисек һаҡланыу уны ҡайһы ваҡытта сәсеүгә бәйле. 

КишерКишер
Кишер

Ер дымлы ваҡытта баҡсасылар кишер сәсә.

Йәйгеһен, көҙгөһөн ашау өсөн был йәшелсәне май башында, ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн тәғәйенләнгәнен 10–15 июндә ултыртығыҙ. Был тамыраҙыҡ ике ваҡытта сәселә. Кишерҙең нисек һаҡланыу уны ҡайһы ваҡытта сәсеүгә бәйле. Ул бик йомшаҡ тупраҡты ярата. 1 квадрат метрға 3-4 кг серетмә индерергә кәрәк. Суперфосфат, мочевина, көл  менән түтәлде ашларға була. Ғәҙәттә , баҡсасылар калийлы, азотлы, фосфорлы ашлама урынына нитрофоска йәки нитроаммофоска менән ерҙе байыталар. Орлоҡто бураҙналарға һалыр алдынан тәүҙә һыу һибеп сығалар. Тупраҡҡа “Агрикола” препаратын һибеү ҙә яҡшы. Орлоҡто көлгә бутап сәсһәң, һирәк сыға. Кишерҙе һирәгәйтергә кәрәкмәйәсәк.  Был йәшелсәне үҫкәндә өс мәртәбә туҡландырырыу талап ителә. Үҫкәндә “Энерген” тип аталған үҫеш стимуляторы ла файҙалы.

 Тамыраҙыҡҡа үҫкәндә кишер себене уға ныҡ зыян килтерә. Тәүҙә ул һабаҡҡа йомортҡа һала, һуңынан унан ҡорттар сығып, кишерҙе зарарлай. Себендән ҡотолоу өсөн “Фитоверм” препараты яҡшы. Йыш ҡына кишер тармаҡланып үҫә. Бының сәбәбе – ерҙең ҡаты булыуы, дөрөҫ ашламау, ваҡытында һирәкләмәү, ҡаҙырға һуңға ҡалыу. Йәнә был йәшелсәгә балсыҡлы тупраҡта ла тармаҡлана, сөнки бындай ерҙә иркенләп үҫә алмай.

Кишерҙе серемәгән тиреҫ индергән урынға сәсергә ярамай. Ул азотлы ашламаларҙы күп һалғанда тармаҡлана башлай. Йәшелсә һелте тупраҡты ла яратмай, эзбиз кереткәндә быны иҫтә тоторға кәрәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас