

Гөлназ Ишемғолова үҙенең "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөндә әленән - әле төрлө тәмлекәстәр рецебы менән уртаҡлашып тора. Был юлы уңған ханым эремсектән татлыҡас бешерергә тәҡдим итә.
"Интернет киңлектәрендә ололап «Королевская ватрушка” тип йөрөтәләр уны. Ә беҙ үҙебеҙсәләп "Эремсектән татлыҡас" тип атайыҡ та ҡуяйыҡ, иветә! Хәйер, нисек кенә атаһаң да, батшалар ризығына тиң тәмлекәс инде былай.
Ныҡ яратабыҙ уны ғаилә менән. Йыш бешерәм, сөнки йәһәт һыпыртып ҡуялар. Ашаған кешеләр булғанда бешереүе-бәхет кенә бит ул.
Шулай итеп, башта ҡамырын әҙерләйек. Һыуытҡыстан алдан алып ҡуйған аҡ май йә яҡшы сифатлы маргаринға ( Пышный, Пышка, Хозяюшка) ярты стакан шәкәр, бер балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, бер балғалак ванилин, самалап он ҡушып ыуабыҙ. Майлы ғына, ыуалып торған ҡатнашма килеп сығасаҡ. Онон күп һалмағыҙ, атыу ҡоро була. Әйткәндәй, һуңғы мәл бөтөн бойҙай ононан (цельнозерновая мука) бешеренәм, оҡшап ҡалды әле ул.
Эслегенә инде бер ҡап эремсек (творог 250г), 2 йомортҡа, бер стаканды тултырмай шәкәр кәрәк буласаҡ. Бөтәһен бергә ныҡ ҡына итеп туғырға. Ауыл эремсеге һыулыраҡ булһа, һарҡытығыҙ. Магазиндыҡын алһағыҙ, 5-7 процентлыһын һайлағыҙ, тәмлерәк булыр.
Ҡамырҙы әзерлап бөттөгөҙмө? Хаҙер табаға (майламайбыҙ!) башта майлы ҡатнашманың күберәк өлөшөн ҡул менән йәйәбеҙ, ситтәрен күтәреп ҡуйыптырып. Ә хәҙер...Трам-тарам...ҡамыр өҫтөнә түңәрәкләп ҡырҡылған банан йәйеп сығабыҙ ҙа, өҫтөнә эремсекте ҡоябыҙ. Аҙаҡ ҡалған ҡатнашманы эслек тулыһынса ҡапланырлыҡ итеп һибәбеҙ.
Бына шулай, инде мейескә тығып 35 минут бешереп алырға ла тәмләп сәй эсергә генә ҡалды. Әйткәндәй, мин 180-190 градуста бешерәм. Аш бүлмәһенә таралған банандың тәмле еҫе!!!Мммм.....Иҫ киткес!!!
Әйткәндәй, бананһыҙ ҙа хәтәр тәмле! Ә тағы ла, эслегенә эремсек урынына ҡырылған алма һалып бешерһәгеҙ ҙә була. Әҙерәк кенә алма өҫтөнә шәкәр һибептереп. Ҡалайтһағыҙ ҙа, тел йоторлоҡ инде былай", - тип яҙған Гөлназ Ишемғолова.
Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ әле. Ысынлап та тәмле килеп сығырмы?
Фото һәм сығанаҡ: "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөнән
Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите