

Ата-әсәйҙәрҙән һуң беҙгә иң яҡын кешеләр – туғандарыбыҙ. Ҡөрьәндә лә туғанлыҡ тураһында күп аяттарҙа иҫкәртелә, уны үтәмәгән кешеләргә яза вәғәҙә ителә.
«Уның исеме менән бер-берегеҙгә ялбара торған Аллаһтан ҡурҡығыҙ, һәм ҡәрҙәшлек бәйләнештәрен һаҡлағыҙ!» – тиелә «Ҡатындар» сүрәһендә.
Бер яҡтан туғанлыҡ хаҡын үтәү изге ғәмәл булһа, икенсе яҡтан уны ҡайғыртмау – ҙур гөнаһтарҙың береһе.
Пәйғәмбәребеҙ:
«Йәннәткә туғанлыҡ ептәрен өҙөүсе инмәҫ!» – тигән. (Әл-Бухари һәм Мөслим хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Шулай уҡ: «Әҙәм балаһының эштәре һәр кесаҙна, йома алдындағы кис көнө Аллаһҡа күрһәтелә. Кем туғанлыҡ ептәрен өҙә, шуларҙың эше ҡабул булмай» – тиелгән. Имам Әхмәт
риүәйәт иткән, «яҡшы» хәҙис тиелә.
Туғанлыҡ хаҡын үтәр өсөн туғандарыңдан күргән яуызлыҡты ғәфү итеп, уларға изгелек менән ҡайтарыу мөһим. Халҡыбыҙҙа әйткәнсә, улар «таш менән атҡанға аш менән атыр» кәрәк.
Туғанлыҡ хаҡын үтәгән кеше ахирәт сауабына ғына түгел, ә ошо донъя хәйеренә лә лайыҡ булыр.
Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Кем ризығының киңәйеүен, ғүмеренең оҙонайыуын теләһә, туғанлыҡ ептәрен ялғаһын». (Әл-Бухари һәм Мөслим хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Фото: Т. АМАНОВ.