+28 °С
Болотло


Бер стакан ҡайнатып һыуытылған һөткә бер – ике тамсы бөтнөк үләне майы ҡушып, әҙ-әҙләп кенә йоторға. Уны үҙаллы ла әҙерләп була. Бының өсөн яңы өҙөлгән бөтнөк үләненә яҡшы көнбағыш майы ҡойоп, хуш еҫе сыҡҡансы ҡояшта тоторға. Кемдәр һөт яратмай, майҙы бер ҡалаҡ балға йәки шәкәргә тамыҙып, уһрырға мөмкин.
Майы булмаһа, эс ауыртҡанда бөтнөк үләнен төнәтеп, сәй урынына эсергә мөмкин. Файҙаһы тейә.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан.