Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Апрель 2025, 13:48

«Кеше күҙе кешене – ҡәбергә, малды ҡаҙанға илтә»

Ә күҙ теймәһен өсөн нимә эшләргә һуң? Күптәребеҙ күҙе ҡатымы, юҡмы икәнен белмәй һәм кемгәлер һоҡланып ҡарап, күҙ тигеҙеүҙәре бар.

«Кеше күҙе кешене – ҡәбергә, малды ҡаҙанға илтә»«Кеше күҙе кешене – ҡәбергә, малды ҡаҙанға илтә»
«Кеше күҙе кешене – ҡәбергә, малды ҡаҙанға илтә»

Юҡҡа ғына: «Кеше күҙе кешене – ҡәбергә, малды ҡаҙанға илтә», – тимәйҙер боронғолар. Был һүҙҙәр исламда ла дөрөҫ. Кеше күҙе, ысынлап та, кешене ауырыта, ҡазаға юлыҡтыра, йә хатта үлемгә килтереүе бар Аллам һаҡлаһын.

Пәйғәмбәрҙән бер хәҙистә: «Әгәр кемегеҙҙер үҙенең ҡәрҙәшендә, йә үҙ-үҙендә, йә мөлкәтендә уны һоҡландырған нәмә күрһә,  шуға бәрәкәт һораһын, сөнки күҙ тейеү хаҡ», – тип риүәйәт ителә.

Шуға кем, нимә менән генә һоҡланмағыҙ, артынса «бисмилләһ, мә шә Аллаһ», «мә шәә Аллаһ, лә ҡуүәтә иллә билләһ», «Сүбхәнәллаһ, мә шәә Аллаһ, күҙ теймәһен», «Мә шәә Аллаһ, тәбәракәллаһ», «Аллаһүммә бәрик ғәләйһи»,  «Аллаһүммә бәрик фик», «Бәракәллаһү фик» тигән кеүек доға-зикер һүҙҙәрен әйтеүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ. Тфү-тфү тиергә генә кәрәкмәй.

Ә кешенең үҙенә күҙ теймәһен өсөн «Фатиха», «Аятел-Көрси», «Әл-Ҡәләм»,  «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс», сүрәләрен уҡырға, һәр ваҡыт тәһәрәтле йөрөргә кәңәш ителә.

Кеше күҙенән генә һаҡланмайыҡ, кешеләрҙе лә үҙ күҙебеҙҙән һаҡлайыҡ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас