

Гипотониктарҙы даими рәүештә баш ауыртыу, хәлһеҙлек, баш әйләнеү яфалай. Улар шулай уҡ аңын юғалтыуы, апатияға, хроник депрессияға бирелеүе, хатта кардионевроз менән ауырыуы ихтимал.
Гипотонияны дауалауы ла еңел түгел. Халыҡ медицинаһы ҡайһы бер дарыу үләндәрен һәм ниндәйҙер процедуралар тәҡдим итә.
Ҡуян кәбеҫтәһе төнәтмәһе. 20 г кипкән үләнгә 1,5 л ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Ҡан баҫымы нормаға килгәнгә тиклем көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Контраст душ. Иртәле-кисле 10 минут буйы эҫе һәм һалҡын һыу менән сиратлап ҡойонорға. Процедураны һалҡын һыу менән тамамларға.
Һыу менән ҡойоноу. Тәүҙә бүлмә температураһындағы һыу менән башларға, һуңынан һалҡынырағына күсергә. Һыу менән ҡойонғандан һуң тәнде ҡороторға кәрәкмәй, өҫкә йылы халат ҡына кейергә. Тән ҡыҙғанға ҡәҙәр шәп итеп атлап йөрөп алыу мөһим.
Яланаяҡ йөрөү. Йәйгеһен ысыҡтан һәм еүеш таштар өҫтөнән, ә ҡышҡыһын ҡарҙан яланаяҡ йөрөүҙең файҙаһы ҙур. 3 секундтан башларға, һуңынан көн һайын икешәр секундҡа арттырып. 3 – 5 минутҡа алып барып еткерергә. Һуңынан аяҡтарыҙы яҡшы итеп ыуып, йылы ойоҡбаш кейергә.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.