Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Апрель 2025, 18:28

Яҙ ултыртҡан ағастың файҙаһы ниҙә?

Йыш ҡына ағас ултыртыусылар яҙ ултыртырғамы, әллә көҙмө тип аптырап ҡала.

Яҙ ултыртҡан ағастың файҙаһы ниҙә?Яҙ ултыртҡан ағастың файҙаһы ниҙә?
Яҙ ултыртҡан ағастың файҙаһы ниҙә?

Йыш ҡына ағас ултыртыусылар яҙ ултыртырғамы, әллә көҙмө тип аптырап ҡала. Бер ни тиклем айырмаһы юҡ инде уларҙың.

 
Яҙ көнө ҡар иреп бөткәс, май айына тиклем йәки үҫеү башланғансы ултыртып ҡалырға кәрәк. Ағас үҫентеләрен бөрөләнгәнгә тиклем ултыртып ҡалһаң, яҡшыраҡ тамыр ала. Көҙ көнө ер туңғансы ултыртырға кәрәк.
Ағастар яҡшы итеп үҫеп китһен өсөн матур итеп тәрбиәләү мотлаҡ. Мәҫәлән, яҙын ағас олондарын эзбиз менән буярға, ҡыш өшөмәһендәр өсөн төбөнә тиреҫ, ағас онтағы һибергә була. Ә буйға үҫеп китмәһен, һәйбәт тамырланһын өсөн төрлө препараттар ҡулланырға мөмкин. Баҡсаны тәрбиәләп, ҡарап торорға кәрәк, юҡһа, сәстем дә, һыу ҡойҙом да – бөттө тигән һүҙ түгел. Ҡараһаң ғына емеш бирә ул!
 
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: Тамаша журналы
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас