Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
16 Апрель 2025, 17:19

Ярты йыл буйына пенсияларын ялған аҡса менән алып йөрөгәндәр...

Ҡыҙғаныс хәл Стәрлетамаҡта теркәлгән.    

Ярты йыл буйына пенсияларын ялған аҡса менән алып йөрөгәндәр...Ярты йыл буйына пенсияларын ялған аҡса менән алып йөрөгәндәр...
Ярты йыл буйына пенсияларын ялған аҡса менән алып йөрөгәндәр...

Ҡыҙғаныс хәл Стәрлетамаҡта теркәлгән.

 

Надежда менән Александр Михайловтарҙың ейәне һөйләүенсә, пенсионерҙар аҡсаһын йыйып барған һәм шуға ла уларҙы ялған-ялған булмауын бер ҙә тикшермәгән. Бабай банкка коммуналка өсөн түләргә барғас, хеҙмәткәрҙәр аҡсаның ысын булмауын һиҙеп ҡала. Баҡтиһәң, ололар фейк-пенсияны ысын аҡса менән ҡатнаш рәүештә алып йөрөгәндәр. Һөҙөмтәлә 298 меңдең 201 меңе ялған аҡса булыуы асыҡланған.

Тикшереү эштәре ярты йыл дауамында барған, һуңынан тикшереүселәр уны туҡтатҡан. Ошо хәлдән һуң ғаилә башлығы Александр Михайлов инсульт кисергән, уның ярты кәүҙәһен паралич һуҡҡан.

Әлеге ваҡытта шул билдәле: мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас