Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Апрель 2025, 07:12

Ҡырмыҫҡалы яугирҙәре ил һағында

Махсус хәрби операция башланғандан алып бик күп яҡташтарыбыҙ бөтә ил халҡы менән бергә Тыуған ил һағында тора. Ватан алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәүсе “Хабиб” позывнойлы яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, тағы ла махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.

Махсус хәрби операция башланғандан алып бик күп яҡташтарыбыҙ бөтә ил халҡы менән бергә Тыуған ил һағында тора. Ватан алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәүсе “Хабиб” позывнойлы яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, тағы ла махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
“Хабиб” Бельский ауылында тыуып үҫкән. Сахай мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң Өфө автомәктәбенә уҡырға инә. 1986 йылдан баш ҡалала йәшәй һәм шунда хеҙмәт юлын башлай. Егеткә армияға барыр мәл етә. 1990 йылда армияға алынып, Силәбе өлкәһенең Карталы ҡалаһында хеҙмәт итеп ҡайта. Армиянан ҡайтҡас, ҡәҙимге тормош ығы-зығыһына күмелеп йәшәүен дауам итә. Өйләнә, тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Махсус хәрби операцияға киткәнсе Өфө ҡалаһы Киров районының ашығыс ярҙам подстанцияһында водитель булып эшләй. Ләкин Ватанына дошман янағанда ситтә тороп ҡала алмай. 2023 йылдың 17 октябрендә үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөргә ҡарар итә һәм махсус хәрби операция зонаһына юллана. Бына йылдан ашыу махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡтар күрһәтә. Ул бөгөн дә дошман менән күҙгә-күҙ ҡарашып алыша. “Хабиб” “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкының матди тәьминәт ротаһында водитель булып хеҙмәт итә. “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән наградланған. Хәрби хеҙмәткәрҙең әйтеүенсә, уның төп бурысы – ватандаштары тыныс тормошта йәшәһен.
- Махсус хәрби операция башланғас, үҙ иркем менән барырға уйлап йөрөй инем. Халҡыбыҙ һәм илебеҙ киләсәге өсөн Тыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысым, тип иҫәпләйем. “Башҡортостан” полкында хеҙмәт итәм. Хеҙмәт иткәндән алып өс мәртәбә отпускыла булдым. Апрель башында махсус хәрби операция биләмәһенә юлландым. Әле бына гуманитар ярҙам артынан ҡайттым. Әйткәндәй, алты тапҡыр гуманитар ярҙам алып барырға тура килде. Республика буйлап йөрөп гуманитар йөктө махсус хәрби операция биләмәһенә ташыйым. Сахай һәм Ҡырмыҫҡалы ауылындағы ирекмәндәр штабы әҙерләгән гуманитар йөктө тейәп юлға сығасаҡмын. Изге күңелле кешеләрҙең индергән өлөшө, ауыр ваҡытта беҙҙең егеттәр өсөн бик мөһим ярҙам. Техника, гуманитар ярҙам уларҙың хеҙмәтен, көнкүрешен еңеләйтәсәк. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле социаль ярҙам саралары булдырылған, беҙҙең егеттәр яңғыҙ түгеллектәрен тоя. Республиканың ярҙамы беҙгә ҡанат ҡуя, еңеүгә дәртләндерә. Бына шундай илебеҙ өсөн ябай булмаған шарттарҙа беҙҙең халыҡтың берләшеүе тойола. Беҙҙе, яугирҙәрҙе ҡайғыртып тороусы барлыҡ ха¬лыҡҡа рәхмәт белдерәбеҙ, - ти ул.
Әйткәндәй, атаһы махсус хәрби опе¬рацияла ҡатнашҡас, мин дә унда булы¬рға тейешмен тип, улы ла уның артынан яуға юллана. “Давлик” позывнойлы яу¬гир атаһы менән бергә “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә.
Махсус хәрби операция тиҙерәк та¬мамланып, барыһына ла тыуған яҡтарға еңеү менән ҡайтырға яҙһын.
Башҡортостанда контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 2 миллион һумға тиклем арттырҙылар. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсы кәм тигәндә 4 520 000 һум аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бар¬лыҡ контрактсыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан артыҡ ташла¬ма ҡаралған, улар араһында – шифаханаларға түләүһеҙ юлламалар, фатир һатып алыуға 500 мең һум ташлама, балалар өсөн түләүһеҙ белем алыу, транспорт һалымын түләүҙән азат итеү һәм башҡалар.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас