Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Апрель 2025, 10:42

“Воскресенк рәттәре” тергеҙелә

Благовещенск ҡалаһына йәм инә.

“Воскресенк рәттәре” тергеҙелә“Воскресенк рәттәре” тергеҙелә
“Воскресенк рәттәре” тергеҙелә

Благовещенск ҡалаһында “Воскресенск рәттәре” тергеҙелә. Ҡаланың Совет районын реконструкциялауға аҡса “Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереү” конкурсында еңгән өсөн бүленә. Был турала Благовещен районы хакимиәте хәбәр итә.

Төҙөкләндереү эштәре “Йәшәү өсөн инфрастуктура” милли проектының “(национальный проект "Инфраструктура для жизни") "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

-Совет урамы – иң тарихи һәм йәнле урамдарыбыҙҙың береһе. Элек ул Воскресенск урамы тип исемләнгән. Шуға ла беҙҙең төҙөкләндереү буйынса яңы проекттың исеме “Воскресенк рәттәре” тип атала.Уны тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 146 миллион һум аҡса йәлеп ителде, - тине Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова.

Эштәр Совет урамының ҙур майҙанында барасаҡ. Бында йәйәүлеләр юлы киңәйтеләсәк, йылғаға ҡарау майҙаны барлыҡҡа киләсәк, уйын зонаһы, тыныс ҡына ял итеү урындары барлыҡҡа киләсәк, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Ағастар ултыртыу, бәләкәй архитектура формаларын эшләү ҙә ҡалаға яңы йәм бирәсәк.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас