Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
11 Апрель 2025, 10:11

Өфөләр программала ҡатнаша ала

Өлкәндәр “Башҡортостанда оҙон ғүмер” порталында (долголетие.соцтуризмрб.рф/) теркәлгәндән һуң Башҡортостан буйынса бер көнлөк сәйәхәткә сыға ала.

Өфөләр программала ҡатнаша алаӨфөләр программала ҡатнаша ала
Өфөләр программала ҡатнаша ала

Өлкән йәштәге өфөләр өсөн “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы буйынса экскурсия турҙары ойоштороласаҡ, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡала хакимиәтендә. Программа 2020 йылда “Демография” милли проектына ярашлы (2025 йылдан “Ғаилә” милли проекты) эш башлағайны. Уның маҡсаты – өлкәндәрҙең тормош сифатын яҡшыртыу, пенсия йәшен әүҙемерәк, социаль яҡтан әһәмиәтле итеү.

Проектта бер миллиондан ашыу кеше ҡатнашты, 470 меңе – 2024 йылда. Программа 60 йәштән өлкәнерәктәрҙе йәлеп итә, был республикала 933 меңдән ашыу кеше тигән һүҙ. Йыл һайын унда ҡатнашыусылар һаны арта. Таяҡ менән йөрөү, еңелсә күнегеүҙәр, ғүмер оҙайлығы мәктәптәре – быларҙың барыһы ла энергияны һаҡларға, ҡан баҫымын төшөрөргә, стресс кимәлен кәметергә ярҙам итә. Гериатрия ярҙамы системаһы эшләй.

Программала ҡатнашырға теләгәндәр “Башҡортостанда оҙон ғүмер” порталында (долголетие.соцтуризмрб.рф/) теркәлгәндән һуң Башҡортостан буйынса бер көнлөк сәйәхәткә сыға ала. Проект өлкәндәр алдында яңы мөмкинлектәр аса. Ул туризм һәм экскурсиялар менән генә бәйләнмәгән. Программа тағы ете бүлекте үҙ эсенә ала.

Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” (национальный проект “Семья”) милли проекты, бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Өлкән быуын өсөн оҙайлы тәрбиәләү системаһын индереү һәм социаль стационарҙарҙы яңыртыу планлаштырыла.

“Ғаилә” бынан алдағы “Демография” милли проектын үҫтерәсәк һәм илдә тыуымды артырыуға һәм ярлылыҡты кәметеүгә йүнәлтеләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 Фото: vk.com

Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас