Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Апрель 2025, 10:56

"ЭкоТайм" сығымдарын кәметте

"Баҙарҙа үҙ позициябыҙҙы нығыттыҡ”.

"ЭкоТайм" сығымдарын кәметте"ЭкоТайм" сығымдарын кәметте
"ЭкоТайм" сығымдарын кәметте

“ЭкоТайм” компанияһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнашты. Һөҙөмтәлә заказдарҙы өлгөртөү ваҡыты 27 процентҡа ҡыҫҡартылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән.

Предприятие йылытыу ҡорамалдары, һыу үткәреү өсөн кәрәк-яраҡ эшләү, инженер коммуникацияларын проектлау менән шөғөлләнә.

“Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡсыл технологияларҙан файҙаланырға өйрәтте. Һөҙөмтәлә предприятиелағы эске процестарҙы яҡшыртыуға, клиенттар менән эш алып барыу сифатын күтәреүгә өлгәштек. Ошо рәүешле баҙарҙа үҙ позициябыҙҙы нығыттыҡ”, – ти компанияның финанс директоры Эвелина Красноперова.

Төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Эльнара Сиражетдинова әйтеүенсә, берҙәм эш арҡаһында предприятиеның эске резервтары асылған, үҫеш мөмкинлектәре киңәйгән. Компания уңышлы тәжрибә өлгөләрен артабан да файҙаланасаҡ.

“Төбәк компетенциялар үҙәге менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә предприятиела эште ҡулайлаштырыу, персоналды уҡытыу, һаҡсыл етештереү алымдарына өйрәнеү мөмкинлеге булдырылды. Һөҙөмтәлә сығымдар кәметелде, хеҙмәтләндереү ваҡыты ҡыҫҡартылды”, – ти иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас