5,5 меңдән ашыу спорт проекты “Һин уйында” конкурсының бишенсе миҙгеленә тәҡдим ителгән. Әле ғаризаларҙы ҡабул итеү тамамланған. Быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәгенән рекордлы һан – 5582 проект – ебәрелгән. Башҡортостан проекттары ла еңеү өсөн ҡатнаша. Республикабыҙҙан был конкурста ҡатнашыу өсөн 11650 ғариза ебәрелгән.
10 апрелдә “Һин уйында” юбилей миҙгеленең финалға сығыусылары асыҡлана. Улар мәғариф акселераторын үтәсәк, белем аласаҡ.
Сарала ҡатнашыусылар үҙ көсөн биш төп һәм өс махсус номинацияла һынай. Һәр төп номинацияла еңеүселәргә - 300 мең һум, Гран-при яулаусыға бер миллион һум бирелә.
Әйткәндәй, бишенсе миҙгелдә төп иғтибар мәғариф өлөшкә бирелә, остазлыҡ блогы нығытыла. Ҡатнашыусылар үҙ оҫталығын спорт менеджментында һынай. “Физик культура һәм спорт үҫеше” дәүләт программаһы (государственная программа “Развитие физической культуры и спорта”) физик әүҙемлек, күп кеше ҡатнашҡан спортты популярлаштырыу һәм Рәсәйҙә йәшәүселәр тормошон яҡшыртыу өсөн йүнәлтелгән. Илдә ошоға ярашлы инфраструктура арттырыла, күп кеше ҡатнашҡан саралар ойошторола, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, балалар күнекмәләре өсөн яңы мөмкинлектәр булдырыла.
Программа ПФ Президенты Владимир Путин Ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.