Күптәр аяҡ табаны ярылыуҙан йонсой. Был айырыуса йәйен, баҡса эштәре мәлендә киң таралған проблемаға әйләнә. Ярылған ергә бысраҡ эләкһә, берәй инфекция арҡаһында етдирәк сирҙәргә тарымаҫмын тимә!..
Һеҙҙең иғтибарға “Содалы нәски” тигән ысул тәҡдим итәбеҙ.
1-се ысул. Тасҡа бер аш ҡалағы сода һәм ярты стакан самаһы һыу ҡойоп, яҡшылап болғатығыҙ. Ошо ҡатнашмаға ойоҡбашығыҙҙы тығып, тулыһынса еүешләгеҙ һәм шуны кейегеҙ. Өҫтөнән – бахила, әгәр ҡул аҫтында ул булмаһа, полиэтилен ҡапсыҡ кейҙереп, тағы бер ҡат ҡалын, йылы ойоҡбаш кейегеҙ. Ошо килеш кәм тигәндә 3 сәғәт йөрөгөҙ. Төнгөлөккә эшләргә лә мөмкин.
2-се ысул. Аяҡтарығыҙҙы эҫе һыуҙа ебетеп йыуғандан һуң эсенә аш содаһы һалынған ойоҡбаш кейегеҙ. Был осраҡта ойоҡбашты еүешләргә кәрәкмәй, ул аяҡтың дымына үҙе яйлап һыулана. Шулай ҡатлап бахила һәм ҡалын ойоҡбаш кейергә. Кәм тигәндә 3 сәғәт аяҡта тоторға.
Бер нисә тапҡыр эшләгәндән һуң аяҡ табанығыҙҙан ҡатҡан тире ҡойола башлар. Аяғығыҙҙы гел йыуып, ҡойолған тиренән таҙартып, крем һөртөп тороғоҙ.
Файҙаһын күрегеҙ!
Автор фотоһы.