Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Апрель 2025, 05:00

Түрһәгәҙе йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндерәләр

Реконструкцияны 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.    

Түрһәгәҙе йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндерәләрТүрһәгәҙе йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндерәләр
Түрһәгәҙе йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндерәләр

Ауырғазы районының Таштамаҡ ауылында Түрһәгәҙе йылғаһы аша күперҙе “Тормош өсөн инфраструктура”милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") бурыстарына ярашлы реконструкциялайҙар. Был хаҡта төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Белгестәр пролет ҡоролмаһы балкаларын монтажлауға тотонған да инде. Күпер буйлап бөтәһе биш шундай конструкция ҡуйыласаҡ. Был эштәр тамамланғандан һуң белгестәр тимер-бетондан һаҡлағыс ҡатлам ҡора башлаясаҡ. Реконструкцияны 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

"Күпер Урал – Мораҙым автомобиль юлында урынлашҡан. Күпер ҡоролмаһы күп кенә тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр өсөн транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шуға күрә уны норматив хәлгә килтереү мөһим", - тип һөйләне Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл төбәктә 10 күпер норматив хәлгә килтереләсәк. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 709 метр. Улар туристик объекттарға алып барған йәки республиканың терәк юл селтәренә ингән маршруттарҙа урынлашҡан.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, тейешле социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. 

Фото: Башинформ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас