Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Апрель 2025, 09:53

Нейрон селтәрҙәре бизнесты үҫтерергә ярҙам итә

“Минең бизнесым” ҡала үҙәге офисында 40-ҡа яҡын эшҡыуар һәм үҙмәшғүл йыйылды

Нейрон селтәрҙәре бизнесты үҫтерергә ярҙам итәНейрон селтәрҙәре бизнесты үҫтерергә ярҙам итә
Нейрон селтәрҙәре бизнесты үҫтерергә ярҙам итә

Белорет ҡалаһында “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад  (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты бурыстарына ярашлы, бизнесты үҫтереүҙә яһалма интеллектты (ЯИ) ҡулланыу буйынса бушлай оҫталыҡ дәресе үтте. Был турала Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.

"Яһалма интеллект заманса бизнестың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Ул көндәлек бурыстарҙы автоматлаштырырға һәм ҡатмарлы аналитик моделдәр эшләргә ярҙам итә, компанияларҙың һөҙөмтәлелеген һәм конкурентлыҡ һәләтен арттыра", - тип билдәләне республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

“Минең бизнесым” ҡала үҙәге офисында 40-ҡа яҡын эшҡыуар һәм үҙмәшғүл йыйылды. Нейрон селтәрҙәре буйынса белгес Сергей Хәкимов ЯИ-ның көндәлек эштәрҙе нисек ябайлаштыра һәм эш процестарын тиҙләтә алыуын күрһәтте. Ул аналитиканың төрлө алымдарын тәҡдим итте. Уларҙы белеп,  һөҙөмтәле рациональ мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкин. Артабан ҡатнашыусыларға реаль предприятиеларҙан өлгөләр күрһәтелде.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысына ярашлы булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад”  (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”)  милли проекты үҙ эсенә биш федераль башланғысты алған. Төп маҡсаттар – 2030 йылға инвестицияларҙы 60 процентҡа арттырыу, бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү, түбән углеродлы үҫешкә күсеү, дәүләт статистикаһын, күҙаллау ҡеүәһен көсәйтеү.

Фото: “Башҡортостан 24”.

 

 

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас