Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
8 Апрель 2025, 09:59

Еңеү менән ҡайтырҙар

“Асура” позывнойлы яҡташыбыҙ Ҡамышлы ауылында тыуған.

Еңеү менән ҡайтырҙарЕңеү менән ҡайтырҙар
Еңеү менән ҡайтырҙар

“Асура” позывнойлы яҡташыбыҙ Ҡамышлы ауылында тыуған. Ишле ғаиләлә өс бала – ике малай, бер ҡыҙ ата-әсә наҙында, тыныс тормошта көн күрә.

Урындағы мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалына уҡырға инә. Уҡыу йортонда ауыл хужалығы производствоһы мастеры һөнәрен үҙләштерә. Үҫеп буй еткергән егет 2023 йылда әрме хеҙмәтенә алына. Бөгөнгө көндә саҡырылыштағы хәрби хеҙмәт ваҡыты - бер йыл. Хеҙмәт итеү осорон¬да егеттәр тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта. Яҡташыбыҙ Абакан ҡалаһында тимер юлы ғәскәрендә хеҙмәт итә. Ярты йыл ғына хеҙмәт иткәндән һуң һалдат етди һәм аңлы рәүештә мөһим ҡарар ҡабул итеп, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. 2024 йылдың яҙында пилотһыҙ авиация полкына эләгә. Июнь айынан Донецк Халыҡ Республикаһында хеҙмәт итә. Йәш егет тәжрибәле оло ағайҙары менән бер рәттән махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ һағында тора.
- Махсус хәрби операцияға барыр алдынан күп уйландым. Яҡындарыма теләгемде әйткәс, әлбиттә, улар бындай аҙымға барыуыма ҡырҡа ҡаршы ине. Туғандарым кире күндереп ҡараһалар ҙа, һүҙемдә торҙом. Илебеҙгә ҡурҡыныс тыуғанда ситтә тороп ҡала алмайым, дошман менән ҡапма-ҡаршы тороп көрәшергә әҙермен. Һәм мин бында кәрәгерәкмен, тип уйлайым. Башта ғына ауырыраҡ булды, ләкин өйрәнелде,- ти һалдат.
“Асура” позывнойлы яҡташыбыҙ әлегә рядовой дәрәжәһендә хеҙмәт итә. “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән наградланған.
- Хеҙмәттәштәр менән мөнәсәбәттәр яҡшы, дуҫтарса, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙамға килергә әҙерҙәр. Дөйөм хәүеф хәрби рухты күтәрә һәм бөтәһен дә хәрби туғанлыҡ менән берләштерә. Тыуған яҡтан гуманитар ярҙам даими килеп тора,- ти ул.
Тыуған йортонда уның ҡайтыуын һәм бәйләнешкә сығыуын, сәләмдәрен ата-әсәһе, туғандары түҙемһеҙлек менән тилмереп көтә, иҫән-һау йөрөүен теләп Хоҙайға изге доғаларын юллай.
Һәр кемдең теләге бер: илебеҙ тыныс, имен булһын, егеттәр иҫән-һау хеҙмәт итеп, яҡындары янына тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар.
Башҡортостанда контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 2 миллион һумға тиклем арттырҙылар. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсы кәм тигәндә 4 520 000 һум аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, барлыҡ контрактсыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан артыҡ ташлама ҡаралған, улар араһында – шифаханаларға түләүһеҙ юлламалар, фатир һатып алыуға 500 мең һум ташлама, балалар өсөн түләүһеҙ белем алыу, транспорт һалымын түләүҙән азат итеү һәм башҡалар.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас