Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Апрель 2025, 07:11

Яңы ҡорамалдар Яңауылға ла килтерелә

Яңауыл дауаханаһы табиптары һүҙҙәренә ҡарағанда, был ҡорамал һөҙөмтәһендә операциянан һуң яралар тиҙерәк уңала, инфекция эләгеү осрағы кәмей.

Яңы ҡорамалдар Яңауылға ла килтереләЯңы ҡорамалдар Яңауылға ла килтерелә
Яңы ҡорамалдар Яңауылға ла килтерелә

Яңы электр хирургия аппараты Яңауыл үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проект (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, килтерелгән.

- Ҡорамал хирургия әмәләтен үткәреүҙә файҙалана, операйия ваҡытында ҡан ағыу, инфекция эләгеү осрнаҡтарын кәмет, - тип белдергән Яңауыл үҙәк район дауаханаһы табибы Рәсим Хәсәнов.

“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы килтерелгән медицина ҡорамалдары әмәлиәттәр өҫтәлен операциялар һәм диагностик тикшереүҙәр ваҡытында яҡтыртыу өсөн хеҙмәт итә. Улар юғары сифатлы һәм ультрафиолет нурланышы юҡ.

“Милли проект булышлығында медицина ойошмалары заманлаштырыла, реабилитациялау системаһы камиллаша, тикшереү үҙәктәре селтәре үҫешә һәм һаулыҡ һаҡлауҙа һанлы технологиялар индерелә”, - тип хәбәр итте Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Денис Бәйтуллин.

Тап  мөһим милли проект - “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас