Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Апрель 2025, 14:05

ОТТОМ!

Атайым һөйләгәйне был хаҡта.

ОТТОМ!ОТТОМ!
ОТТОМ!

Бер саҡ районыбыҙ ауылдары имам-хатиптары Баймаҡта йыйылған. Шунда берәү һүҙ артынан һүҙ сығып:"Мин картуфлығымдағы колорад ҡуңыҙҙарының ауыҙын йырҙым, оттом, хәҙер бер ҡуңыҙ ҙа ҡалманы, бына тигән ысул таптым",— тип әйтеп һалған. Башҡалар:"Тәмәке ҡайнатып һиптеңме әллә башҡа төрлө химикат ҡулландыңмы?" — тип, эй, бының ҡөтдәһенә сыҡҡандар. Улар хатта был мәғлүмәтте һатып алмаҡ булып, аҡса ла йыйырға тотонғас, теге кеше: "Уларҙың духы ла булмаҫлыҡ иттем, картуф сәсмәнем дә ҡуйҙым", — тип бәхәскә нөктә ҡуйған.
...Бензинға хаҡтар айлап түгел, көнләп арта башлағас, мин дә машинамды ултыртып, күберәген йәйәү йә афтауыз менән йөрөй башланым. Тик айырым осраҡтарҙа ( ҡаланан ситкә сыҡҡанда, тыуған яҡҡа ҡайтҡанда) ғына тимер атыма ултырам.Ҡара иһәп менән самалап ҡарағанда ла, минең өсөн бензинға хаҡ артты ни ҙә, артманы ни — оттом...

Ахмәр Ғүмәр-Үтәбай

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
1043-сө күҙәтеү

 

Сығанаҡ: Тамаша журналы

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас