Фәғилә апай, ғәҙәтенсә, ҡапҡа алдындағы эскәмйәгә сығып ултырҙы. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, урамда халыҡ байтаҡ ине. Бына алла-гөллө кейенгән мәктәп балалары ҡысҡырып иҫәнләшеп үтте... Эргәһенән генә тыҡ-тыҡ баҫып шарҡылдаҡ ҡыҙҙар уҙҙы...Күрше-тирә ҡатындар уны йылмайып сәләмләне... Әллә ни арала йәшәреп киткәндәй тойолған ҡупшы ғына әбейҙәрен эйәртеп, орден-миҙалдарын сыңлатып, ветерандар ҙа күренде...
Барыһы ла майҙанға ашыға. Хатта тәбиғәт тә кешеләрҙең байрам кәйефен уртаҡлашҡандай. Ана, зәп-зәңгәр күктә көләс яҙ ҡояшы балҡый. Өй алды баҡсаһындағы сейәләрҙең ыуыҙ ғына япрағынан гүйә бал тама. Яңы морон төрткән сабый сәскәләрҙең хуш еҫенән баш әйләнә...
9 май. Еңеү көнө... Миллионлаған ҡорбандар биреп, ҡан-йәш түгеп яулаған көн. Шатлыҡ менән һағыш ҡауышҡан көн...
Нисәмә йылдар үткәрҙек,
Талпынып, һағынып көтөп.
Ҡайтҡандар бик ҡәҙерлеләр,
Ә беҙҙең күңел китек...
Фәғилә апай күҙҙәрен йомдо. Бит алмаларын ысыҡтай ғына ике тамсы яндырып алды. Юҡ, иламай ул. Уйлай. Уйҙарынан уйыла. Кисерештәре, хис-тойғолары иһә, шиғри юлдар булып, күңел дәфтәренә күсә бара.
"Күҙ йәшеңде йәшер йөрәгеңә,"--тиеп,
Белмәйенсә йырламайҙарҙыр.
Ғүмер буйы йәшем йөрәгемдә булды,
Ҡайғылы, тип уйламайҙарҙыр...
Эйе, һәр кем бәхет өсөн генә ярала. Һөйөндөк ағай менән Вазифа апайҙың мөхәббәт емеше булған Фәғилә алыҫ 1923 йылдың алтын көҙөндә был ергә ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхетле йәшәү өсөн килгәйне. Үҙҙәренең эшсәнлеге, уңғанлығы арҡаһында ҡәҙимге етеш, күркәм көн иткән йәш ғаиләгә ҡот ҡына өҫтәгәйне. Эй ҡыуанғайны ла һуң ата менән әсә! Донъялары түп-түңәрәк бит хәҙер. Инде Хоҙай һаулыҡ бирһен дә, йорт-ил тыныс торһон. Йөрәктә дәрт, беләктә көс барҙа бирешмәҫтәр әле...
Заманына күрә уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы Һөйөндөк ағай былай ҙа Манһырҙа арҙаҡлы ир-егеттәрҙән һанала. Уға ышанып тапшырылған хисапсы эшен дә тырышып башҡара. Бынан тыш, ауыл йәштәре менән концерт йә пьеса ҡыйыу тиһеңме, берәй байрам йә тантана айҡанлы лозунгылар, плакаттар яҙыу тиһеңме--бөтәһенә лә өлгөрә. Ғөмүмән, Фәғиләнең хәтерендә бары матур, яҡты иҫтәлектәр генә ҡалған.
Тик нишләптер аҡ һәм ҡара, хаҡ һәм нахаҡ гел йәнәш йөрөүсән. Тормоштоң ошо аяуһыҙ ҡануны менән ул тәү тапҡыр 1933 йылдың яҙында осрашты. Ҡар ҡатыш ямғыр яуып торған илаҡ көндә, ҡапылғара һис ни аңламаған ике ҡыҙсығын күкрәгенә ҡыҫҡан, өсөнсө бәпәйенә етешкән Вазифа апайҙы ер-һыу илатып, Һөйөндөгөн ҡулға алдылар. Өйөндә йәшергән игене бар, имеш... Был ялған бәләне яғыусылар уның балалары баҫыуҙа башаҡ сүпләп тамаҡ туйҙырыуға ла, үҙе намыҫлы колхозсы икәнлеккә лә ҡараманы.
Ах, ул саҡтағы төрлө шыш-быштар, шикле ҡараштар, йоҡоһоҙ төндәр. Ә иң бәғерҙе телгәне--аслы-туҡлы уҡып йөрөгән ун йәшлек ҡыҙҙы атаһы китеү менән мәктәптәге йылы аштан мәхрүм итеү, "ристан балаһы", "кулак тоҡомо" тигән ғүмергә юйылмаҫ мөһөр баҫыу. Оноторлоҡмо ни?!
Һөйөндөк ағайҙы башҡа ғәйепһеҙ ғәйеплеләр менән бергә тәүҙә Баймаҡта бикләп тоттолар. Шул ваҡытта уҡ үҙ хәлен яҡшы аңлаған ғаилә башлығы, ҡатынының тағы ҡыҙ тапҡанлығын ишеткәс, "Ул булмаған икән..."--ти моңһоу ғына. Әйләнеп ҡайтмаһам, нәҫелемде дауам итеүсе ҡалмай, тип бошонғандыр, күрәһең.
Ысынлап та, тыуған тупрағына ҡабат аяҡ баҫырға, кескәй Сәмиғәһен ҡулына алып, ярышып үҫеп килгән Фәғиләһе менән Хәмиҙәһен тупылдатып һөйөргә лә, бисәкәйен иркәләп-наҙларға ла яҙманы Һөйөндөк ағайға. Киләсәккә яҡты өмөттәр бағлаған, теттереп донъя көтөргә хыялланған утыҙ йәшлек ир-уҙаманы Өфө төрмәһендә тифтән үлеп ҡалды.
1937 йыл. Осор ҡанаттары шулай көтмәгәндә ҡайырылған тол ҡатын, яҙмыштың әсе ел-дауылдарынан киңгәп, аңҡы-тиңке килгәндә, ауылға яҡын ғына алтын ятҡылығы табылды. Тиҙҙән артель асылды. Вазифа апай, оҙаҡ уйлап тормай, колхоздан шунда күсте. Өйрәнмәгән ауыр эш тәүҙә ҡыйыныраҡ күренһә лә, барына сыҙай, күнә бит ул әҙәм балаһы. Уның ҡарауы, аслыҡтан тамам йонсоған ҡолонсаҡтарының тамағы туйып, йөҙҙәренә нур ҡунды, өҫ-баштары бөтәйҙе.
Кесе туғандарын тәрбиәләүҙә, өй эштәрендә, хужалыҡ мәшәҡәттәрендә әсәһенең күҙ терәп торған берҙән-бер таянысына әйләнгән Фәғилә инде ҡамыштай зифа, һөймәлекле ҡыҙ булып буй еткерҙе. Ә ҡыҙҙар, билдәле, ата нигеҙендә--ҡунаҡ ҡына. Шулай бер мәл уның олатаһы, даны алыҫтарға таралған ҡөҙрәтле Мөжәүир хәҙрәткә Мәмбәттән бер нисә кеше ҡаралырға килеп төштө. Уларҙың араһында Ҡобра апай ҙа бар ине. Ул баш эйеп эшләп тик йөрөгән сымыры һылыуҡайҙы шундуҡ оҡшатты. "Аллабирҙемә шәп кәләш тә баһа!"--тип ҡыуанды эстән генә. Йәштәрҙе Баймаҡта осраштырырға һөйләшеп-килешеп хушлашты ололар.
Баймаҡ баҙары. Абдулла еҙнәһенең йорто. Таныш түгел сибәр егет... Фәғиләнең күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған ҡәҙерле хәтирәләр... Бер күреүҙән ғашиҡ булды ул үҙенең Аллабирҙеһенә. Ҡойоп ҡуйғандай буй-һыны әсир иттеме, әллә аҡыллы ҡараштары, мөләйем йөҙө һушын алдымы--кем белә. Нисек кенә булмаһын, егеттең тәҡдименә ҡыҙ: "Әсәйем риза булһа ней..."--тине ҡыйыуһыҙ ғына.
Тыштан ғына түгел, эстән дә ифрат матур кеше ине Аллабирҙе. Бар булмышы менән матур ине. Тормош көткәс, төрлө саҡтар була, әммә ун ете йәшлек кенә кәләшенә һис ҡасан ҡатырғанып ауыр һүҙ әйтмәне, хатта ҡырын күҙ менән дә ҡараманы ул. Шуғалыр, ҡайны-ҡәйнә, эреле-ваҡлы биш бала булған был ҙур ғаиләлә Фәғилә үҙен бер ваҡытта ла артыҡ тамаҡ итеп тойманы. Шатлығын дә, хәсрәтен дә тигеҙ бүлеп, татыу йәшәнеләр.
Гел ошолай бәхеткә сорналып, һөйөп-һөйөлөп кенә ғүмер итергә ине лә. Дәһшәтле һуғыш барыһын да селпәрәмә килтерҙе. Егерме бере яңы ғына тулған Аллабирҙе 1942 йылдың шартлап торған декабрь айында Башҡорт кавалерия дивизияһы составында фронтҡа китте.
Хаттар... Ирҙәрен яу яланынан зарығып көткән һалдаткаларҙың бар йыуанысы, ҡыуанысы булған өсмөйөшлө хаттар... Аллабирҙенең һағынышлы сәләмдәр һәм еңеүгә ныҡлы ышаныс тулы хаттары Фәғиләгә лә бөтмәҫ көс, дәрт бирә, осрашыу минуттарын яҡынайта ине. Ләкин, үкенескә ҡаршы, күрешергә насип булманы уларға. Һәр өйгә тиерлек ҡара ҡайғы ташыған ҡара ҡағыҙ Байғотлиндарҙы ла урап үтмәне. Аллабирҙе Ҡорбан улының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында яҙылғайны унда.
Нишләп ҡәһәрле булып сыҡты әле был 11 һаны?! Теүәл 11 ай элек тигәндә Вазифа апай тол ҡалғайны. Хәҙер килеп, тап ун бер айҙан Фәғилә әсәһенең яҙмышын ҡабатлай түгелме? Ярай, уның ҡыҙҙары бар ине янында. Фәғиләнең иһә, иренең төҫө итеп үҫтерерлек бәләкәсе лә юҡ, исмаһам. Ә бәлки, иҫәндер ул? Өмөтһөҙ--шайтан, тиҙәр. Ҡайтыр бәлки? Көтөргә кәрәк.
Көттө Фәғилә. Бына Еңеү таңы ла атты. Сәскәләргә күмелгән еңеүселәр ҙә ҡайтты. Аллабирҙеһе генә ҡайтманы.
Һағыныуҙарым мәңгелек,
Йөрәгемдә яра бар.
Сабырлыҡтар--һары алтын,
Юҡ шул башҡа саралар.
Эйе, Фәғиләне тормош сабыр, сыҙамлы булырға өйрәтте. Йөрәгендәге уңалмаҫ яраһын, күңелендәге һүрелмәҫ ғазабын бары эш менән баҫырға теләп, ул тәүҙә Түбә руднигының Күлйортау шахтаһында тир түкте. Һуғыштан һуңғы ауыр осор. Һәр хеҙмәт ҡул көсө талап итә. Ирҙәр менән ярышып, сәмләнеп эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар, смена аҙағында еп өҙөр ҙә хәлдәре ҡалмай, арып-талып ҡайтып йығыла. Унан инде әхирәттәре рәхәтләнеп ял итә, ә Фәғиләгә землянкалык кәҫ ҡырҡырға кәрәк. Бындай үтә лә ҡыйын мәлдәрҙә үҙен: "Эштән кеше үлмәй ул..."--тип йыуатҡан булыр ине.
Тап әрһеҙлеге, ҡара тырышлығы арҡаһында ғына бирешмәне Фәғилә. Һаман да һомғол буйлы, төҫ-башҡа һылыу ҡатынға күҙ атыусылар ҙа, һоратыусылар ҙа күп ине. Әммә нисектер Аллабирҙеһенең рухына хыянат итергә ҡыйманы. Шулай бер саҡ, Баҡыртау шахтаһына күскәс, яңғыҙлыҡтан тамам ялҡып, забойсы Хәсән менән бәйләп ҡарағайны яҙмышын. Тик тәүгеңә етәме һуң? Ике йылдан тыныс ҡына айырылыштылар. Ә, Хәсәнгә, барыбер, рәхмәтле ул--бынамын тигән ҡыҙ бүләк итте.
Яҡты күҙ нурым--
Ғәзиз бер балам.
Бәхетен, ғүмерен
Бир инде, Аллам.
Йәшәүенең бар асылы, бар мәғәнәһе ошо сабый ине хәҙер. 1961 йылда Күлйортауҙан ҡайтып, Баймаҡта төпләнде. Өй һатып алды, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырай башланы. Рудникта ла гел маҡтап ҡына телгә алалар ине Фәғиләне. Ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыу, белем биреү, бәхетле итеп күреү ине уның хыялы. Кеше араһында балаһының йөҙө яҡты булһын, үҙен кәм-хур тоймаһын, тип тырышты ул.
Эш тә эш менән ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. 1973 йылда хаҡлы ялға сыҡты. "Бер урында 35 йыл намыҫлы эшләнем,"--тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә ала хәҙер. Биргән миҙалдары һәм бүләктәре, күрһәткән хөрмәттәре лә раҫлай быны.
Фәғилә апайҙың иң ҙур ҡыуанысы, әлбиттә, ҡыҙы Әлфиә. Берәү, ләкин берәгәй ул. Әсәһенә һис кенә лә көйөнөс килтермәй, аҡыллы, һөйкөмлө ҡыҙ булып үҫте. Педагогия училищеһын тамамлап, ошо уҡ ҡала егете Рафаил менән матур ғаилә ҡорҙо. Инде еткән ике ҡыҙҙары бар. Донъялары балҡып тора. Өҫтәлдә һәр саҡ ҡабарып бешкән икмәк, тәмле аштар, телеңде йоторлоҡ бәлештәр. Балаларының нисек күңелен күрергә, кәйефен күтәрергә белә Фәғилә апай.
Ул уйҙарынан арынды. Ҡайһылай онотолоп киткән әле. Тиҙҙән майҙандан ҡайта ла башларҙар. Табын әҙерләргә кәрәк. Сөкөрҙәшеп кенә сәй эсерҙәр. Байрам бит бөгөн... Еңеү көнө... Тереләрҙе ҡәҙерләү, үлгәндәрҙе хәтерләү көнө.