Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Апрель 2025, 07:18

Маяҡ майы - Ҡытайҙа

Көйөргәҙе предприятиеһы экспорт эшенә ҙур өлөш индерә.

Маяҡ майы - ҠытайҙаМаяҡ майы - Ҡытайҙа
Маяҡ майы - Ҡытайҙа

Көйөргәҙе районының Маяҡ май һығыу предприятиеһы Ҡытайға ике мең тонна таҙартылмаған көнбағыш майы ебәрҙе, тип хәбәр итте Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан продукцияларын сит илдәргә экспортлау – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (нацпроект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарының береһе.

Ҡытайҙың Баш таможня идаралығы талаптарына ярашлы, Россельхознадзор белгестәре экспортланасаҡ продукцияға төрлө яҡлы тикшереүҙәр үткәргән, һөҙөмтә нигеҙендә фитосанитар документтар бирелгән.

Фото: Россельхознадзор сайтынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас