Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Апрель 2025, 07:16

Өфө комбинатында ниндәй үҙгәреш бара?

Сифатты ла, һанды ла хәстәрләп...

Өфө комбинатында ниндәй үҙгәреш бара?Өфө комбинатында ниндәй үҙгәреш бара?
Өфө комбинатында ниндәй үҙгәреш бара?

Республикала иң ҙур ит етештереү предприятиеларының береһе – Өфө ит-консерва комбинаты “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ҡушылды. Унда эш процесын ҡулайлаштырыу, етештерелгән тауар сифатын күтәреү планлаштырыла.

Был хаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Төбәк компетенциялар үҙәгенән хәбәр иттеләр. Уның эксперттары менән бергә комбинатта махсус төркөм төҙөлөп, ҡатмарлы участкаларға һаҡсыл инструменттар индереү, белем биреү тренингтары үткәреү башланған. Төбәк компетенциялар үҙәге командаһы предприятиела ярты йыл эшләйәсәк. Белгестәр компания өсөн хеҙмәт сифатын яҡшыртыуҙың индивидуаль программаһын һайлаясаҡ.

“Һөҙөмтәле етештереү процесы булдырып, сосиска әҙерләү участкаһындағы сығымдарҙы әҙәйтергә теләйбеҙ. Һаҡсыл технологиялар әҙер продукцияны төрөү һәм маркировкалау буйынса цехтарға индереләсәк”, – ти предприятиеның сифат идаралығы етәксеһе Регина Алтынбаева.

Төбәк комптенциялар үҙәге эксперттарының бушлай адреслы ярҙамынан тыш, комбинатҡа техника паркын яңыртыу, сифат контроле системаһын камиллаштырыу өсөн инвестициялар йәлеп ителә. Шулай уҡ продукцияны маркировкалауҙың “Ғәҙел билдә” системаһы индерелгән.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла башлаған яңы милли проекттарҙың береһе. Ул иҡтисадты, финанс баҙарын, конкурентлыҡты, хеҙмәт етештереүсәнлеген, инвестиция әүҙемлеген үҫтереүгә, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә,  предприятиеларҙың тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон кәметеүгә йүнәлтелгән. Сәнәғәт секторына, юғары технологияларға, йәштәр бизнесына айырым иғтибар бүленә.

Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
 
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас