Быйыл юлсылар М-5 “Урал” трассаһында 21 километр юл участкаһын ремонтлай. Шишмә - Аксен – Ҡырғыҙ Миәкә араһындағы юл яңы төҫ аласаҡ, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт министрлығы. Төҙөкләндереү эштәре “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфрастуктура для жизни) башҡарыла.
Юлсылар Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә һәм Миәкә райондарында алты участканы ремонтлаясаҡ. Шулай уҡ юл тамғалары һалынасаҡ. Һауа торошо яҡшырыу менән төҙөүселәр эште башлаясаҡ.
Шишмә - Аксен - Ҡырғыҙ-Миәкә “М-5 “Урал” трассаһы республиканың төп юл селтәрҙәренә инә. Был юл буйынса күп ауылдар халҡы М-5 “Урал” федераль трассаһына барып етә. Көн һайын был йүнәлеш буйынса биш меңдән ашыу водитель үтә.
“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Яңытылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.