Ә тормош-йәшәйештә ниндәйҙер сәбәптән кемгәлер йәне көйгән кеше ҡыҙған ваҡытында ҡарғыш әйтеп, икенсе кешегә хаслыҡ теләгән, шулай итеп үҙенең күңелен тынысландырған.
Ҡарғыш билдәле бер кешегә бәлә, үлем, ярлылыҡ, уңышһыҙлыҡ килтереү йәки ғаиләлә ыҙғыш тыуҙырыу өсөн әйтелгән. Уның билдәле фразалары булып «Ирҙән ҡалғыр!”, “Ата ҡаҙҙан ҡалған инә ҡаҙҙай ҡаңғыр!”, Ер йотҡор!”, Йәшен атҡыр!”, Муйының сыҡҡыр!”, “Ир рәхәте күрмә!”, “Саҡ менән Суҡтай булығыҙ!”, “Ҡулың һулыҡһын!” - тигән һүҙҙәрҙән тора. Бындай ҡарғыш исемлеген артабан да дауам итергә була.
Ҡарғыштың фәҡәт кешегә генә түгел, ә һуғыш, ил өҫтөнә төшкән бүтән берәй афәткә лә төбәп әйтелеүе мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта ҡарғыш ошондай ритуал хәрәкәттәр менән оҙатыла бара: йоланы башҡарыусы, ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ ҡырға сыға йәки тауға күтәрелә һәм, сәстәрен туҙҙырған, үҙ-үҙен ҡулдары менән ҡосаҡлаған һәм аяҡтарын ҡаушырған килеш, ҡысҡырып ҡарғыш һүҙҙәрен һамаҡлай.
Ҡарғышты өйҙә, ҡояш ҡалҡҡан ваҡытта әйтеү тыйыла.
Им-том ярҙамында сихырҙы эйәһенә кире ҡайтарған кеүек, ҡарғышты ла кире борор булғандар. Ҡарғыштың тәьҫир көсөн бөтөрөү өсөн «Ҡарғышың — ҡара башыңа!», «Ҡарғаған ауыҙыңа ҡарға оялаһын!», «Йылы ауыҙыңдан сығып, йылы ҡуйыныңа керһен», «Кешегә ҡаҙған баҙыңа үҙең төш!», «Ауыҙыңдан ел алһын», «Телеңә тилсә сыҡҡыр!», «Телең ҡороғор», «Тартай теленән табыр, һин дә телеңдән тап!» һ. б. кеүек һүҙҙәрҙе әйтер булғандар.
Һүҙ магияһына нигеҙләнгән кире им-томдарға ҡарғыштар инһә, уға ҡапма-ҡаршы жанр булып яҡшы теләктәр теләүгә ҡоролған алғыш жанры һанала: «Солоғоң ҡотло булһын, күс артынан күс ҡунһын!» (ҡортсоға), «Салғың йылғыр булһын, этең алғыр булһын» (аусыға), «Малың үрсемле булһын!» (малсыға), «Минән ҡеүәт — һинән көс!» (эш башлаусыға), «Донъяң ҡотло булһын!» (нигеҙ ҡороусыға) һ.б.
Ҡарғыш менән бәйле булған аяныслы бер ваҡиға тарих һәм йыр уҡытыусыһы булып, яңы эш башлаған осорҙа булды. Мәктәптә уҡыуҙар тантаналы башланып бер-нисә көн үтеүгә уҡытыусылар коллективының дөйөм профсоюз йыйылышы булып үтте. Шунда, яңы профсоюз комитеты ағзалары һайланғанда, мине лә ағза итеп күрһәтеп, культура-ағартыу эшен йөкмәттеләр.
Ләкин һәүетемсә барған эш ритмы уйламағанда боҙолоп ҡуйҙы. Ниндәйҙер ошаҡ арҡаһында мәктәп директоры кластарҙы йыйыштырыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһенә, Шәкирә апайға һүҙ ташланы, тегенеһе “буш һүҙ”, тип үҙенекен тылҡыны. Йәнәһе, Шәкирә апай мәктәп утынын көн дә ҡосаҡлап алып ҡайтып китә. Ул ваҡыттарҙа мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән биш-алты ҡатын-ҡыҙҙың эше, хәҙергеләр менән сағыштырғанда күпкә ауырыраҡ ине. Улар эшкә көн дә сәғәт дүрт менән биш араһында килеп, класс мейестәрен яғып, янып бөткәнен көтөп тороп, бөтөрөп, мейес башын ябып етеләр тирәһендә ҡайтып китә торғайнылар. Ә кискеһен иҙәндәрҙе йыуып ҡайтырҙар ине.
Ул саҡтарҙа профсоюздың эшсәндәрҙе яҡлау, законды боҙмау буйынса ҙур ғына мөмкинлектәре бар ине, хәҙер уны юҡҡа сығарҙылар.
Законға ярашлы рәүештә етәксе, әгәр кемделер эштән бушатырға булһа, тәүҙә профсоюз комитетынан ризалыҡ һорап яҙып һала. Комитет ризалыҡ бирһә, эштән сығара, бирмәһә – юҡ, хеҙмәткәр артабан эшләүен дауам итә.
Был юлы ла ваҡиға ағышы шулайыраҡ булды. Мәктәп директоры Шәкирә апайҙы эштән сығарыуға рөхсәт һорап шул уҡ мәктәптең профсоюз комитетына хат яҙып һалды. Биш кешенән торған профкомитет директор менән Шәкирә апайҙы ултырышҡа саҡырҙы, икеһенән дә һөйләтеп мәғлүмәт алды, ике кеше араһындағы талашты баҫырға тырышты һәм етәксенең бойороғона ризалыҡ бирмәне. Шул арҡала йыйыштырыусы булып эшләүсе үҙ урынында ҡалды.
Ләкин мәктәп етәксеһе профком ҡарары менән риза булмайынса РОНО-ның профсоюздар райкомына мөрәжәғәт иткән. Ундағы ултырышҡа директор ғына саҡырылған һәм күпселек тауыш менән мәктәп профсоюздары райкомы ошондай ҡарар сығарған:
1) Юғарыраҡ орган булараҡ, мәктәп профкомы ҡарарын юҡҡа сығарырға;
2) Мәктәп директорының бойороғона ризалыҡ бирергә һәм техничканы эштән сығарыуҙы законлы, тип һанарға.
Профсоюздарҙың мәғариф райкомы рәйесе шул ҡарарҙы тотоп беҙҙең мәктәпкә килде. Профкомды йыйҙы, унда директорҙы һәм йыйыштырыусыны саҡырҙы. Ултырышты үҙе алып барыуын әйтте, директорға һүҙ бирҙе һәм башҡаларҙан һөйләтеп тормайынса, үҙе менән килтергән ҡарарҙы уҡып сыҡты. Шул арҡала Шәкирә апай эштән бушатылды.
Профсоюздарҙың мәғариф райкомы рәйесе ГАЗ-69 менән бер үҙе килгән ине. Ул тышҡа сығып машинаһына ултырған арала, йәне көйгән Шәкирә апай, яулығын сисеп ташлап, “район үҙәгенә етмәҫ борон ҡолап үлеп ят”, тип ҡат-ҡат әйтеп ҡарғай башланы. Ҡырҙан килгән ҡунаҡ бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә ҡуҙғалып китте.
Бер сәғәт үттеме-юҡмы мәктәп телефоны аша ҡайғылы хәбәр алдыҡ: профсоюз етәксеһе, ярты юлды үткәс, машинаһы менән аварияға осраған һәм үҙе шунда уҡ һәләк булған.
Әллә ҡарғыш менән аврияның тап килеүе осраҡлы хәл булғанмы? Әллә кешенең маңлайына тыумыштан шулай яҙылғанмы? Әллә иғтибарыҙлыҡ йәки бар нәмәгә ҡул һелтәп ҡарау бәләгә килтерәме? Һорауҙар күп – яуап юҡ. Яауп булһа ла, ул өҫтән-мөҫтән генә булыр ине, сөнки беҙ мөһабәт Йыһандың бәләкәй генә бер ҡом бөртөгө булған Ерҙең үҙебеҙ бәләкәй генә тере сүбе. Йыһан-әсә теләһә – беҙҙе тыуҙыра, теләһә – мәңгелек донъяға оҙата ала. Был юҫыҡта кеше бер-ни ҡыла алмай.
Шәкирә апай, әлбиттә, был хәлде үҙенең ҡарғышы район кимәлендәге кешегә төшөүе менән аңлатып йөрөнө һуңынан. “Ҡарғыш кәсәфәте ҡыуып етте, тип һөйләнде ул. – Ғаиләһен ҡарғамайым, уларҙың бер ниндәй ғәйебе юҡ”.
Нисек кенә булһа ла ҡарғыш алғандан һуң аварияға эләгеүҙең башҡа сәбәбен таба алманылар. Бәлки, кешенән ҡарғыш алмай йәшәү аҡыллы булыуҙы аңлаталыр? Кешеләр ғалимдар әйтеүенсә, бер-береһе менән күҙгә күренмәҫ энергетик “ептәр” менән бәйле һәм улар ыңғай ҙа, кире лә булыуы мөмкин. Шул “ептәр” аша әҙәм балаһы күңеленә ниндәйҙер мәғлүмәт алып, шуны тойоп йәшәй түгелме? Мәҫәлән, яратҡан әсә меңәр саҡрым алыҫлыҡта булған улының һәләк булыуын шул секундта күңеле менән һиҙә һәм үҙ-үҙенә һыя алмай сәбәләнә, “улыма ниҙер булды”, ти. Бындай һәм башҡа төрлө осраҡтарҙы бик күп итеп килтерергә була. Әйтеүҙәренсә, ҡайһы бер һиңә ебәрелгән ҡарғыш шул тиклем ҙур була ки, хатта уның бер өлөшө балаларыңа күсә. Бындай яҙмышты “карма”, тип атайҙар һәм кемдер кармаға ышана, кемдер ышанмай, шул уҡ ваҡытта кемдер ҡарғыштың көсөнә ышана, кемдер ышанмай.
Ҡарғыш тураһында һүҙ йөрөткәндә, тарихи ваҡиғаларҙың бер эпизоды гел иҫкә төшә. Татар тоҡомонан булған рус полковнигы Алексей Иванович Тевкелев (ысын исеме Ҡотломөхәмәт Маметов) башҡорт халҡын ҡанға батырыуҙа иң алғы рәттә була. Ул ике меңдән торған драгундары менән баш күтәргән башҡорт яугирҙәрен эҙләп Һөйәнтүш ауылына килеп етә. Үҙе ҡоралланған башҡорттар төркөмөнә ҡаршы барырға ҡурҡа, сөнки ҡоралы булған ҡырағай халыҡ менән алышып ҡан ҡойошоу - ике осло.
1736 йыл, 24 ғинуар. Был ауылдан бер-нисә йәш кешенең баш күтәреүселәр араһында булыуын белеп ҡала һәм бөтә ауыл халҡын йыйып атырға, сәнскеләргә ҡуша. Бер-ниндәй ғәйебе булмаған ҡоралһыҙ халыҡтың ҡанын ҡойоу башлана. Был экзекуцияға бөтә ҡатын-ҡыҙҙар балалары һәм сабыйҙары менән, ҡарт-ҡоролар, ир-ат эләгә. Атылыуҙан, сәнсеп үлтереүҙән ҡалғандарҙы һарайға бикләп ут төртәләр. Ут эсендә ҡалған балаларҙың һәм ҡатындарҙың сәбәләнеп илау-ыңғырашыуҙары бөтә донъяны баҫып ала, тик ут арҡаһында емерелгән һарай ғына бөтә ҡарғыштарҙы үҙенә күмә. Ошо трагедияны күргән П. И. Рычков кинокадрҙар ҡараған кешеләй тыныс ҡына ултырып, былай тип яҙа:
«Близ 1 000 человек с женами и детьми их во оной деревне перестреляно и от драгун штыками переколото. Сверх того, 105 человек забраны были в один амбар и тут огнем сожжены (...). При чем всего удивительнее, что многие из тех воров, будучи в огне, имеющиеся в амбаре копья со многими хульными и бранными словами в стоящих тут драгун выбрасывали и нескольких тем поранили. И таким образом вся оная деревня Сеянтусы и жители с их женами и детьми от мала до велика чрез одну ночь огнем и оружием погублены».
Был башҡа һыймаҫлыҡ трагедия башҡорт халҡында бөтмәҫ-төкәнмәҫ үс алыу тойғоһо тыуҙыра. Асыҡ алышҡа барырға ҡурҡҡан Тевкелев ҡоралһыҙ ҡатын-ҡыҙ, бала-саға менән оҫта эш итә, башҡорт ҡанында аунай. Хатта рустарҙың билдәле хәрби кешеһе, генерал-фельдмаршал, граф Петр Румянцев, был хәбәрҙе ишеткәс тә ышанмай, Тевкелевтың артыҡ һәм нигеҙһеҙ шашып китеүе тураһында бәйән итә, ҡанһыҙлыҡ күрһәтмәҫкә саҡыра. Ләкин ҡанһыҙ полковник киреһенсә эшләй илле бер башҡорт ауылын яндыра, тиҙҙән генерал-майор чины алып мораҙына ирешә.
Был вағиғалар турыһында “Тәфтиләү” тип исемләнгән халыҡ йырында шундай һүҙҙәр бар:
Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.
Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҠАРҒЫШ,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта! .
Нисек кенә тырышһалар ҙа башҡорттоң сая егеттәре уны тотоп алып, үстәрен ҡайтарыуға өлгәшә алмайҙар. Һуңыраҡ тиҫтәләгән дин әһелдәре бергә йыйылып, ҡояш сығып килгән мәлдә, илай-илай урыҫ полковнигына ҡарғыш һүҙҙәрен осоралар, Хоҙайҙан “тынды һыҡҡан һәм оҙаҡ ыҙалаьған ауырыу”ҙы уға ебәреүҙе һорайҙар, “йоҡлай алмай интекһен”, тигән теләктәрҙе ҡабат-ҡабат ҡабатлайҙар. Ошонан һуң оҙаҡ та үтмәй һин дә мин йөрөгән генерал-майор ауырып китә, табибтар унда йүтәл (чахотка) табалар. Йоҡлай алмай ауырый ул. Көн дә һаташып күргән төшөндә уның тарафынан яндырылған, атылған, штык менән сәнсеп үлтерелгәндәр уны ҡамап алып үңәсен һыҡҡандар. Шулай итеп, ул, бәдбәхет һәм мөртәт, йүнәлә алмайынса, ошо ауырыуҙан мәңлеккә китеп бара...
Ҡәһәр һүҙҙәренең икенсе осо Алексей Тевкелевтың улына килеп етә. Пугачев күтәрелеше ваҡытында бер-нисә рус офицерын баш күтәреүселәр әсиргә алалар һәм язаһыҙ ҡайтарып ебәрергә булалар. Ләкин башҡорттар майор чинындағы Йосоп Ҡотломәметовты, йәғни Алексей Тевкелевтың улын танып ҡалалар һәм шунда уҡ уны атыуға ҡарар сығарып, был эште тиҙ генә башҡарып та ҡуялар. Алексей Тевкелевтың башҡа һыймаҫлыҡ енәйәте быуаттар буйынса онотолмай быуындан-быуынға күсә һәм халыҡ уны ғәйепһеҙ үлтерелгәндәрҙең ҡарғышы теге донъяға алып китте, тип һанай.
Был осраҡтарҙа ҡарғыш-ҡәһәрҙең айырым кешеләрҙең яҙмышына тәъҫир итеүен инҡар итеп булмайҙыр, күрәһең.
Христиан һәм мосолман диндәре ҡарғыштың булыуын һәм был ҡара энергияның кешегә тәъҫир итеп, уның иммунитет системаһын ҡаҡшатыуын инҡар итмәй. Ҡара энергия иммунитет стенаһын тишкеләп, кешенең тәнен ҡаҡшата һәм ауырыуға һабыштыра, шуға күрә ныҡ ауырығандар был донъяны ташлап китә. “Ҡарғыш алғансы алҡыш ал!”, “Кешене ҡарғама - үҙ башың төшөүе бар”, тигән әйтемдәр бушҡа түгелдер. Ҡайһы бер дин әһелдәре ҡарғышты тәндән ысҡындыра йәки кире ҡайтара белгәндәр. Был юҫыҡта Мөжәуир хәҙрәттең оҫталығы миҫал булып тора.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? Ҡарғыш кешегә төшәме? Унан ҡотолоу юлдары бармы? Булһа – нисек? Ҡыҫҡаса булһа ла яуаптар яҙығыҙ!