Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Апрель 2025, 15:53

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса...    

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?
Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында алдағы көндәрҙә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана, тип иҫкәртте төбәк синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +5,+10 градус. Шәмбе, 5 апрелдә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр яуа, төндә айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Көнбайыш сирек ел уртаса, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә-1, +4 градус, көндөҙ +10, +15. Йәкшәмбе, 6 апрелдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Шулай уҡ төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр яуыуы, төндә айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыш сирегенән талғын. Һауа температураһы төндә -1, +4, көндөҙ +13, +18 градус, төньяҡта +8 градусҡа тиклем.

Сығанаҡ: Шоңҡар журналы

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас