1 апрелдә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы ҡатнашыусыларының – республикабыҙҙың төрлө райондары вәкилдәренең презентацияларын яҡлау этабы башланды. Дүрт көн дауамында, 4 апрелгә тиклем, эксперт комиссияһы (составына профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре инә) ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһаланы.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф Һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары муниципаль район хакимиәттәре тәҡдим иткән документтар, видеороликтар менән танышты.
Быйыл «Айыҡ ауыл» исеменә Башҡортостандың 53 ауылы дәғүә итә. Презентацияларҙы яҡлауҙа ауыл әүҙемселәре, район башҡорттары ҡоролтайҙары, урындағы хакимиәттәр вәкилдәре ҡатнашты. Проекттарҙы яҡлау барышы йәнә бер тапҡыр Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡы араһында сәләмәт йәшәү рәүешен өҫтөн күргән маҡсатҡа ынтылыусан, идеялы, әүҙем кешеләр күп булыуын иҫбатланы.
«Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып уҙғарыла. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән конкурс ҡабаттан тергеҙелгән. Уны үткәреү осоронда 51 ауыл еңеүсе булған. Проект, тәү сиратта, республика халҡының әүҙемлеге арҡаһында уңышлы тормошҡа ашырыла. Хатта иң бәләкәй тораҡ пункттар ҙа алкоголгә ҡаршы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Төрлө йәштәге битараф булмаған халыҡты берләштереп, проект республикабыҙҙың граждандар йәмғиәтенә ыңғай йоғонто яһай.
Республика Хөкүмәте, муниципаль район хакимиәттәре һәм Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы конкурсты уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ҙур роль уйнай.
2024 йылда «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабына 53 муниципаль берәмектән 1029 ғариза бирелгән. «Айыҡ ауыл» проекты 2024 йылдың сентябренән 2025 йылдың апреленә тиклем ике этапта тормошҡа ашырыла.
2024 йылдың 1 сентябренән «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабы башланды. Райондарҙың «Айыҡ ауылы» исеменә дәғүә итеүселәр 2024 йылдың ноябрь аҙағына тиклем алкоголизмға ҡаршы көрәш буйынса саралар үткәрҙе, мәғрифәтселек эше алып барҙы. Конкурстың беренсе этабына ҡатнашыусыларҙың презентация материалдарын баһалау нигеҙендә республика муниципаль райондарының ойоштороу комитеттары йомғаҡ яһаны һәм конкурстың республика этабында район намыҫын яҡлаусы дәғүәселәр билдәләнде.
2024 йылдың 1 декабренән 2025 йылдың 10 мартына тиклем район этаптарында еңеүселәр район халҡы ҡатнашлығында, шул иҫәптән ыңғай тәжрибә һәм уңышлы тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, муниципаль-ара хеҙмәттәшлек практикаһын файҙаланып, айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән саралар ойошторҙо һәм үткәрҙе.
Конкурс йомғаҡтары буйынса 2025 йылдың апрелендә 12 еңеүсе билдәләнәсәк (Һәр номинацияла өсәр: "Эре тораҡ пункттар»; "Ҙур тораҡ пункттар»; "Урта тораҡ пункттар»; "Бәләкәй тораҡ пункттар»)
6 миллион һум күләмендәге иң ҙур приз «Эре тораҡ пункттар» номинацияһындағы еңеүсегә эләгәсәк. “Ҙур”, “урта”, “бәләкәй” тораҡ пункттар номинацияларында еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аласаҡ. Бүләк суммаһы ауылдың ҙурлығына ҡарап айырыла.
«Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ҡатнашыусыларҙың күп һанлы үтенестәре һәм теләктәре нигеҙендә, 2024 йылда БР Хөкүмәтенең еңеүселәргә генә түгел, ә бөтә финалсыларға финанс ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарары ҡабул ителде. Уҙған йылдан конкурстың республика этабында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла (еңеүселәрҙән тыш) 200 мең һум күләмендә премия тапшырыла. Финанслау ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә тәғәйенләнгән. Шулай итеп, конкурстың приз фонды 2024 йылдан 8,4 миллион һумға артҡан һәм 50 миллион һумға яҡын тәшкил итә.
Фото: Рәмил Нафиҡов.
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите