Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Апрель 2025, 17:36

Ҡарағай бөрөһө йыйҙығыҙмы?

Ҡарағай бөрөһөн март — апрель айҙарында , бөрөгә тулыша башлағанда    йыйырға кәңәш ителә. Сайыры ла яҙ көнө әҙерләнә.    

Ҡарағай бөрөһө йыйҙығыҙмы?Ҡарағай бөрөһө йыйҙығыҙмы?
Ҡарағай бөрөһө йыйҙығыҙмы?

Ҡарағай бөрөһөн март — апрель айҙарында , бөрөгә тулыша башлағанда    йыйырға кәңәш ителә. Сайыры ла яҙ көнө әҙерләнә.

 

Ҡарағай бөрөһөндә ыҫмала, С, В12,К,Р витаминдары, рутин, эфир майы,  минераль тоҙҙар, микроэлементтар күп. 

Тын юлдары ауырыуҙарынан, цистит һәм бөйөр сирҙәренән ҡарағай бөрөһөнән әҙерләнгән төнәтмә файҙалы. Бының өсөн  10 г бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп,  30 минут ҡайнаталар. Һуңынан һөҙөп алғандан һуң, тәүге кимәлгә еткәнсе ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр.  Был төнәтмәне көнөнә 3 – 4 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк.

Һалҡын тейеп ауырығанда, тамаҡ ауыртҡанда ҡарағай бөрөһөнә бал ҡушып төнәтмә әҙерләйҙәр. Бының өсөн 100 г бөрөгә 2,5 литр һыу ҡойоп, һыуы 0,5 литрға тиклем кәмегәнсе ҡайнатырға. Һөҙөп алғандан һуң 250 г шәкәр ҡушырға, һыуынғандан һуң 250 г бал өҫтәргә кәрәк. Дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда өсәр ҡалаҡ эсергә.

 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас