Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Апрель 2025, 15:04

Ҡайын бөрөһө мең ауырыуға дауа

Ҡайындың һутын ғына түгел, бөрөһөн, япрағын да күп ауырыуҙы дауалауҙа ҡулланғандар. Көслө бәүел һәм үт ҡыуыу сараһы булараҡ бөрөһөнөң дә файҙаһы иҫ киткес ҙур. 

Ҡайын бөрөһө мең ауырыуға дауаҠайын бөрөһө мең ауырыуға дауа
Ҡайын бөрөһө мең ауырыуға дауа

Ҡайындың һутын ғына түгел, бөрөһөн, япрағын да күп ауырыуҙы дауалауҙа ҡулланғандар. Көслө бәүел һәм үт ҡыуыу сараһы булараҡ бөрөһөнөң дә файҙаһы иҫ киткес ҙур. 

  • Тамаҡ ауыртҡанда ике ҡалаҡ ҡайын бөрөһөнә 50 г аҡ май ҡушып бутарға һәм талғын утта бер сәғәт тоторға.  Йылы килеш һөҙөп алып, 0,2 г  шыйыҡ бал ҡушып бутарға. Көнөнә  дүрт тапҡыр   берәр ҡалаҡ эсергә.
  • Гастриттан ярты стакан ҡайнар һыуға бер балғалаҡ бөрө һалып, бер сәғәт төнәтерегә һәм көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
  • Селәүсендәрҙән. Ҡайын бөрөһөнөң әсеһе күп кенә паразитҡа оҡшамай. Биш-ете бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп, яҡынса 20 минут ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөп, тәүлегенә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Дауаланыу курсы – өс аҙна.
  • Шешенеүҙән бер литр 70 процентлы спиртҡа 30 г бөрө һалып, ике аҙна, иң яҡшыһы бер ай ҡараңғы урынға ҡуйып төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда бер ҡалаҡ ҡайнаған һыуға 20 тамсы төнтәмәне ҡушып  эсергә.
  • Йөрәк сирәҙренә бәйле шешенеүҙе бөтөрөү өсөн бер балғалаҡ бөрөгә  бер стакан ҡайнаған һыу ҡойоп,  20 минут парҙа   тоторға.  Һыуынғас, тәүге кимәлгә етерлек итеп,  ҡайнаған һыу өҫтәргә.  Көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан алда  ¼ стакан эсергә.
  • Лайлалы туҡымалағы папилломаларҙы төнәтмәһен эсеп кенә дауалайҙар. Уны әҙерләү өсөн бер стакан араҡыға йә спиртҡа 20 г бөрөнө һалып, ҡараңғы урында  бер айға яҡын төнәтергә.  Әҙер булғас,   бер ҡалаҡ ҡайнатып һыуытылған һыуға 20 – 30 тамсы ҡушып,  ашарҙан 20 – 30 минут алда эсергә. 

 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас