Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
1 Апрель 2025, 17:49

Апрель етһә, яҙ етер, ҡар иреп ағып китер

Был ай артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле булыр.

Апрель етһә, яҙ етер, ҡар иреп ағып китерАпрель етһә, яҙ етер, ҡар иреп ағып китер
Апрель етһә, яҙ етер, ҡар иреп ағып китер

Борон римлеләр үҙҙәренең календарындағы икенсе айҙы, латинса «аперире» (асылыу) һүҙенән алып, «априлис» тип атаған. Ысынлап та, был айҙа бөрөләр асыла.

Боронғо ата-бабаларыбыҙ календары буйынса йылдың беренсе айы - наурыҙ 21 апрелгә тиклем дауам итә. 22 апрелдән һабан айы башлана.

* Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.
* Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.
* Апрелдең беренсе яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
* Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы - йылы йәйгә.
* Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.
* Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
* Сыйырсыҡ иртә килһә, көндәр йылы булыр.
* Ағастар бөрөләрен аҫтан яра башлаһа, яҙ тиҙ килә.
* 6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға, ҡыҙылтүш һайраһа - һыуыҡҡа.
* 7 апрелдә ҡыйыҡта ҡар булһа, тағы бер ай самаһы ҡар ятыр.
* 8 апрель ниндәй булһа, 8 октябрь ҙә шундай булыр.
*23 апрелдә иртә менән ысыҡ мул төшһә, ҡарабойҙай уңыр.
*Ҡыр ҡаҙҙары бейектән осһа, яҙғы ашлыҡ бик уңыр.
*Апрель аҙаҡтарында йылы ямғыр яуһа, иген яҡшы булыр.
 
Иҫкәрмә: һынамыштарҙа көндәр иҫке стилдә бирелә.
Ә һеҙҙең апрель айына ҡарата ниндәй һынамыштарығыҙ бар? 
 
Автор фотоһы.
Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас