Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
24 Март 2025, 09:18

Ил яҙмышы - беҙҙең ҡулда

“Бай” ҡушаматлы яугир Ҡырғыҙстанда тыуған. Һуңынан ғаиләһе ата-бабалары төбәгенә күсенеп ҡайта. 

Ил яҙмышы - беҙҙең ҡулдаИл яҙмышы - беҙҙең ҡулда
Ил яҙмышы - беҙҙең ҡулда

Махсус хәрби операцияға үҙ теләктәре менән юлланған ир-егеттәребеҙ менән ғорурланыуыбыҙ сикһеҙ. Яҡташтарыбыҙ хәрби контракт төҙөп, Ватан һағына баҫа.

“Бай” ҡушаматлы яугир Ҡырғыҙ ССР-ы Ош өлкәһе Ҡыҙыл-Кия ҡалаһында тыуған. Үзбәкстан ССР-ы Фирғәнә өлкәһе Кувасай ҡалаһында йәшәй һәм урындағы мәктәптә белем ала. Егет музыка мәктәбендә уҡый. Спорт менән дә дуҫ була - баскетбол секцияһында шөғөлләнә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, һәләтле егет ашнаҡсы-кулинар курстарын да үтә. Һуңынан ғаиләһе ата-бабалары төбәгенә күсенеп ҡайта. Бында ҡайтҡас, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы 143-сө һанлы һөнәрселек училищеһында бухгалтерҙар курсын тамамлай. Артабан Йоматау ауыл хужалығы техникумына уҡыр­ға инә. Үҫеп буй еткергән егетте армияға алалар. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренең 57-се полкында хеҙмәт итә. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Йоматау ауыл хужалығы техникумында уҡыуын дауам итә. 1998 йылда бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен алып сыға. Махсус хәрби операция­ға алынғансы төрлө эштәрҙә эшләй.
- Махсус хәрби операциянан ситтә ҡала алманым,- ти ул. “Бай” ҡушаматлы яугир 2023 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Әлеге ваҡытта ул башҡа яугирҙар менән бергә Ватаныбыҙҙы һаҡлау буйынса үҙенең хәрби бурысын яуаплы үтәй. Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальонда хеҙмәт итә. 2024 йылдың февраленән июлгә тиклем Белгород, Шебекин ҡалаларында командировкала була. Әле өсөнсө йыйылма батальонда минометсы булып хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә Донецк Халыҡ Республикаһында көрәшә.
Күптән түгел “Бай” Новочеркасскиҙа Росгвардияның беренсе хәрби госпиталендә Ҡырмыҫҡалы ауылынан яҡташын осрата. Әйткәндәй, ул да Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальонда хеҙмәт итә.
Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, барығыҙға ла тыуған яҡҡа Еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас