Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Март 2025, 18:14

60 йәште уҙғас күҙлегемде систем

Миңә хәҙер 76 йәш. Күп йылдар инде күҙлекһеҙ уҡыйым. Үҙемдең файҙалы тәжрибәм менән уртаҡлашам.

60 йәште уҙғас күҙлегемде систем60 йәште уҙғас күҙлегемде систем
60 йәште уҙғас күҙлегемде систем

Миңә хәҙер 76 йәш. Күп йылдар инде күҙлекһеҙ уҡыйым. Үҙемдең файҙалы тәжрибәм менән уртаҡлашам.

Мин нисек итеп күҙлек кейеүҙе ташлағанымды яҙмаҡсымын. Миңә ул саҡта 60 йәш тулғайны инде. 

Сентябрь айы аҙағында ылыҫ йыйҙым да ҡыш буйы уны ҡайнатып эсеп сыҡтым. Биш аш ҡалағы ылыҫ онтағына 500 миллилитр ҡайнар һыу ҡоям һәм 20-30 минут ҡайнап торған һыулы һауытҡа ултыртып тотам. Унан төнгөлөккә шул плитәлә ҡалдырам. Иртән һөҙәм дә ашағандан һуң 3-4 аш ҡалағы эсәм. 

Шулай ике ҡыш эстем. Элек +3,5 диоптриялы күҙлек кейә инем. Хәҙер инде күп йылдар күҙлекһеҙ уҡыйым.

Миңә әле 76 йәш. Ылыҫты ҡайнатып эсеүемде дауам итәм.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-110099806_48194

ИҒТИБАР! Был мәғлүмәтте таныштырыу маҡсатында бирҙек. Медицина күрһәтмәләре бар. Рецепты ҡулланыр алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас