Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Март 2025, 16:12

Балаларының ашарына табыр өсөн эшкә сыҡҡан булған...

Төнгө сменала эшләгән ҡатын өйөнә ҡайтҡас, ғәзиздәрен үле килеш таба... Дәүләкәндәге ҡот осҡос фажиғә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды.

Балаларының ашарына табыр өсөн эшкә сыҡҡан булған...Балаларының ашарына табыр өсөн эшкә сыҡҡан булған...
Балаларының ашарына табыр өсөн эшкә сыҡҡан булған...

Төнгө сменала эшләгән ҡатын өйөнә ҡайтҡас, ғәзиздәрен үле килеш таба... Дәүләкәндәге ҡот осҡос фажиғә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды.

18 март төнгә ҡарай Дәүләкән районының Вперёд ауылында ҡот осҡос янғын теркәлде. Урында күп ҡатлы йорттағы фатирҙың янып китеүе арҡаһында биш кескәй бала - ете йәшлек ҡыҙ, биш йәшлек ике игеҙәк ҡыҙ, өс йәшлек ике игеҙәк малай һәм 33 йәшлек ир һәләк булды. Был ваҡытта ҡатын үҙе төнгө сменала эштә була, ҡайтҡас, ғәзиздәрен үле килеш таба... Ошо турала "КП-Өфө" порталы хәбәр итә.

Порталға күп балалы әсәнең апаһы Наталья һөйләүенсә, һеңлеһе Юлиәнең бер ваҡыт йәшәренә аҡсаһы бөтә, сөнки балалар пособиеһы түләнмәй башлай. Шуға күрә әсә кеше Дәүләкән ҡалаһындағы клубҡа эшкә урынлашырға ҡарар итә. Ҡала менән ауыл араһында - ни бары 12 саҡрым юл. Ҡатын төнгө сменала эшләгән: киске 10-да өйөнән сығып китеп, таңғы 6-ла ҡайтып йөрөгән.

- Пособие түләмәй башлауҙарының сәбәбе нимәлә икәнен белмәйем. Беҙ ирем менән уға ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек. Балаларының ашарына булһын өсөн Юлиәгә эшкә сығырға тура килде. Көндөҙ балаларын ҡалдырырға кеше булмағас, төнгө сменала эшләне. Кескәйҙәр менән йыш ҡына уның бергә йәшәгән ире ҡала торғайны. Быға тиклем барыһы ла яҡшы барҙы... - тигән ул.

Юлиә менән йәшәгән ир балаларҙың ысын атаһы булмаһа ла, уларға яҡшы мөнәсәбәттә булған. Әсә кеше ҡурҡмайынса ғәзиздәрен уның менән ҡалдырып йөрөгән.

- Уның диванда ятып тәмәке тартыу ғәҙәте булманы. Янғын кухнянан сыҡҡан. Күрәһең, сәбәбе һыуытҡыста йәки проводкала булғандыр.

Наталья хәбәр итеүенсә, әлегә балаларҙың кәүҙәләрен Өфөгә экспертизаға ебәргәндәр. Ауыл халҡы һәм таныш кешеләр ҡот осҡос бәләгә тарыған әсәгә ярҙам йыя. Шуныһы билдәле: Вперед ауылына күсеп килгәнгә тиклем, Юлиә Лаврентьева икенсе ауылда һәм Өфөлә йәшәп өлгөргән. 33 йәшлек ҡатындың һигеҙ балаһы бар, өс өлкән балаһы айырым йәшәгән.

- Ике ҙур малайы Шакшала аталары менән йәшәй. Уларға 10, 12 йәш. Ә 14 йәшлек ҡыҙы атаһы һәм өләсәһе менән бергә Дәүләкән районындағы бер ауылда көн күрә.

Туғандары әйтеүенсә, күп балалы әсәнең тормошо бик ауыр. Уның берҙән-бер маҡсаты үҙе менән бергә йәшәгән биш балаһын аяҡҡа баҫтырыу булған. Апаһы әйтеүенсә, Юлиәнең ваҡыты-ваҡыты менән юлында ауырлыҡтар осрап торған: коммуналь түләүҙәр буйынса бурысы йыйылған, тик балаларҙың бәләкәй булыуы сәбәпле эшкә сыға алмаған. Хатта ҡайһы берҙә бурысы йыйылған өсөн электр утын һәм газды ҡырҡып киткән булғандар... Әйткәндәй, ете йәшлек ҡыҙ мәктәпкә, ә кескәйҙәр балалар баҡсаһына йөрөгән.

Әлегә Юлиә Лаврентьева шок хәлендә, уның менән психологтар эшләй. Янғын сәбәптәре асыҡлана, осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғалтылған.

Йәш әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото һәм сығанаҡ: КП-Өфө.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас