Кемдер теләгенә ирешеү өсөн, айҙар буйы яратҡан ризыҡтарынан баш тартып, төрлө диета менән үҙен-үҙе интектерә. Икенселәр иһә күберәк йәйәү йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә тырыша. Ә ундай мөмкинлек булмаһа? Йәки бер киҫәк торттан йәиһә бәлештән бер нисек тә баш тарта алмайһығыҙ икән?
Түбәндәге кәңәштәрҙе тотоп та, кәүҙәңде бер формаға килтереп була, ти белгестәр.
- 300 мл ҡаты итеп бешерелгән ысын ҡәһүәгә бер аҙ дәрсен (корица), ванилин һәм ҡыҙыл борос ҡушып эсегеҙ. Ул метаболизмды күпкә тиҙләтә. Әммә артыҡ күп эсергә ярамай, сәләмәтлегегеҙ хаҡында онотмағыҙ.
- Һәр саҡ ашар алдынан ярты грейпфрут ашарға. Хатта берәй кәнфит ашар алдынан да! Грейпфрут – иң яҡшы зарарһыҙландырыу һәм майҙы иретеү сараһы.
- 200 мл ҡайнар һыуға бер аҙ дәрсен ҡушығыҙ һәм ярты сәғәткә һыуытырға ҡуйығыҙ. Һуңынан бер аҙ бал ҡушығыҙ. Шуның яртыһын йоҡлар алдынан эсегеҙ, ә ҡалған яртыһын – иртәнсәк ас ҡарынға.
- Гел генә ашарҙан 10 – 15 алда 2 стакан һалҡын һыу эсергә. Ул ныҡ ҡына метаболизмды көсәйтә, ашҡа май ҡатламы булып ултырмай, ризыҡты дөрөҫ эшкәртергә ярҙам итә.
- Һәр ҡапҡан киҫәкте 50 тапҡыр сәйнәгеҙ. Боронғо будда монахтарының “Аҙыҡты эсергә кәрәк, ә эсемлекте ашарға” тигән девизы булған.
Ошо ҡағиҙәләрҙең бер-икәүһен генә тотҡанда ла 0,5 – 1 килограмды еңел генә ташларға мөмкин. Иң мөһиме – артыҡ көс түгергә лә кәрәкмәй.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.