+21 °С
Болотло
Силәбе өлкәһендә 2 йәшлек малай наркотикты артыҡ ҡулланыуҙан вафат булған. Иламаһын өсөн, уға әсәһе был матдәне ҡаҙаған, тип яҙа «BAZA» телеграм-каналы.
– Бөгөн яратҡан улым, фәрештәм был донъянан китте!– тип яҙған булған ғинуар айында 31 йәшлек әсә кеше 2 йәшлек улы үлгәндән һуң.
Әле өлкәнең Тикшереү комитетында баланың наркотиктар передозироваһынан үлгәнен хәбәр иткәндәр. Әсәһе уға, иламаһын һәм шауламаһын өсөн, даими рәүештә наркотик матдәләр ҡаҙап торған.