Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
16 Март 2025, 17:27

Хужабикәләргә аҡса түләнерме?

Дәүләт Думаһында йорт эштәрен алып барған хужабикәләргә түләүҙәр индереү ҡарала.

Хужабикәләргә аҡса түләнерме?Хужабикәләргә аҡса түләнерме?
Хужабикәләргә аҡса түләнерме?

Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты башлығы Ярослав Нилов йорт хужалығын алып барған хужабикәләргә айлыҡ йәшәү минимумы күләмендә түләүҙәр тураһындағы закон проектын әҙерләне. Документ Дәүләт Думаһына индереүгә әҙерләнгән, тип яҙа ТАСС.

"Закон проектына ярашлы, йорт хужалығын алып барыу менән мәшғүл кешеләргә айлыҡ түләү РФ субъектында билдәләнгән эшкә һәләтле кеше өсөн йәшәү минимумы күләмендә билдәләнә",  – тиелә закон проектына аңлатмала.

Закон проекты ғаиләлә йәшәгән һәм йорт хужалығын алып барыу менән шөғөлләнгән Рәсәй Федерацияһы граждандарына иҫәпләнгән.

Йәғни депутаттар фекеренсә, йорт эштәрен башҡарған ғаилә ағзаһы түләү алырға тейеш.  Бында  аш-һыу әҙерләү, кер йыуыу, тегеү, бәйләү, шулай уҡ фатирҙы йыйыштырыу, магазиндарға йөрөү, балаларҙы һәм башҡа туғандарҙы ҡарау өсөн ваҡыт сарыф итеүселәр инә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас