Республиканың Йылайыр үҙәк район дауаханаһына “Lifotronic H9” гемоглобин анализаторы килтерелде. Был шәкәр диабетына ҡаршы көрәштә мөһим булған инструментты һатып алыу “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и актиивная жизнь”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Анализатор ҡандағы гемоглобиндың процент ниҫбәтен үлсәй һәм ундағы глюкоза кимәлен күрһәтә. Шулай итеп, был ҡорамал пациенттың дауаланыу һөҙөмтәлелеген, шулай уҡ сирҙең ҡатмарлылығын билдәләү мөмкинлеген бирә.
- Анализды урында эшләй алыуыбыҙға шатбыҙ. Был ваҡытты экономиялай һәм пациенттарға үҙ ваҡытында ярҙам итергә булышлыҡ итә, - тип белдерҙе Йылайыр үҙәк район дауаханаһы баш табибы Данис Ғәлин.
2025 йылда, "Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлауының беренсе звеноһын заманлаштырыу" төбәк программаһына ярашлы, алты поликлиниканы сафҡа индереү планлаштырыла. 134 модулле конструкция һатып алыу, ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу, 4,5 мең берәмек ҡорамал, 99 берәмек транспорт сараһын һатып алыу планлаштырылған.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.