Йыл башынан Башҡортостан экспортҡа 6,3 мең кубометрға яҡын ағас-таҡта оҙатҡан, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығынан. Сит илгә продукция оҙатыуҙы арттырыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») булышлығында тормошҡа ашырыла.
Республиканың урман сәнәғәте комплексы предприятиелары ылыҫлы һәм япраҡлы ағастарҙы эшкәртеүҙән алынған продукцияны Азербайжан, Афғанстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстанға оҙата.
Ағас-таҡта өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында энтомологик экспертиза үтте.
«Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған. Ағас-таҡта материалдары импортер илдәрҙең талаптарына яуап бирә», – тип белдерҙеләр күҙәтеү ведомствоһында.
Фото: Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.