Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуар нисек фургон алған?

Яңы төр  килешеү уға ярҙам иткән.

Эшҡыуар нисек фургон алған?
Эшҡыуар нисек фургон алған?

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) Башҡортостандың лизинг компанияһы быйыл партнер финанслауы программаларын яңыртты. Һәм “Мөрәбәһә” продукцияһы буйынса сираттағы килешеүҙе төҙөнө. Был турала төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Күгәрсен районынан эшҡыуар Илшат Динекәевкә 3,3 миллион һум күләмендә лизинг ярҙамы күрһәтелгән. Был аҡсаға ул яңы фургон һатып алған.

-Төбәктең лизинг компанияһы партнерлыҡ финанслау программаларын әүҙем үҫтерә, - тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. – “Мөрәбәһә” продукты ислам финансын  сағылдыра. Ул дингә һәм клиенттарҙың финанс талабына ярашлы альтернатив финанслау алымдарын тәҡдим итә.

Илшат Динекәев автобизнес менән шөғөлләнә. Йомағужа ауылында автозапчастар, автохимия, өҫтәмә ҡорамалдар һатыу менән шөғөлләнә. Бизнесы киңәйеүе сәбәпле, ул фургон һатып алырға ҡарар итә һәм Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһына мөрәжәғәт итә. Финанслауҙың төп критерийы – шәриғәт талаптарын үтәү.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы сайтынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: