Шулай уҡ 10 меңдән ашыу кеше аудиторияһы булған теркәлмәгән биттәрҙең һәм каналдарҙың репостары өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Закон проекты алдағы көҙ ҡараласаҡ, тип хәбәр итә ТАСС.
— РКН-да теркәлмәгән биттәрҙе һәм каналдарҙы репостлау өсөн штрафтар индереү тураһында инициатива көҙгә тиклем ҡараласаҡ, - тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Антон Горелкиндың һүҙҙәрен яңылыҡтар агентлығы. - Уны әҙерләү тураһында әлегә һөйләргә иртәрәк, әммә законда бурыс бар икән, яуаплылыҡ та билдәләнергә тейеш. Ғәмәлдә был ике ваҡиға араһында бер йылдан кәм булмаған ваҡыт үтә, шуға күрә Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһында тейешле башланғыстар көтөгөҙ.
Шулай уҡ депутат, закон талаптарын һанға һуҡмаған «ун меңлек» тәрҙең реклама урынлаштырыуы өсөн яуаплылыҡ бар: бындай боҙоу өсөн 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған, тип иҫкә төшөрҙө.
Сығанаҡ: Шоңҡар журналы