Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Март 2025, 11:10

Иҫке күпер хәүеф тыуҙыра башлағас...

Ҡырмыҫҡалы районында милли проект буйынса күпер төҙөкләндерәләр. 

Иҫке күпер хәүеф тыуҙыра башлағас...Иҫке күпер хәүеф тыуҙыра башлағас...
Иҫке күпер хәүеф тыуҙыра башлағас...

Ҡырмыҫҡалы районының Александровка ауылында йылға аша күперҙе яңыртыу эштәре бара, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Ремонт эштәре “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә алып барыла.

Әлеге мәлгә әҙерлек 60 процент тәшкил итә. Терәктәр ҡуйыу тамамланған, тороҡ ҡоролмаларының балкалары ҡуйылған. Әле юлсылар шкаф стеналарының бетон өҫтөн гидроизоляциялай.

- Александровка ауылында йәшәүселәр ошо күпер буйлап Р-240 Өфө - Ырымбур трассаһына сыға. Иҫке ҡоролма авария хәүефе тыуҙыра ине, шуға күрә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһының да хәүефһеҙ һәм уңайлы йөрөүен тәьмин итеү өсөн 2024 йылда был күперҙе реконструкциялау эштәренә тотондоҡ, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Ремонт ваҡытында урындағы халыҡ урау юлдан файҙалана ала. Бөтә эштәрҙе 2025 йылға тамамлау күҙаллана.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас