+21 °С
Болотло
Был хаҡта Хәниә Фәрхиҙең һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина үҙенең шәхси сәхифәһендә хәбәр итә. Ул район хакимиәте етәксеһенә һәм хеҙмәткәрҙәренә – Фәнүр Рәфис улына, Әлфиә Урал ҡыҙына, Владимир Александр улына, Әнәс Фәтхи улына ҙур рәхмәтен еткерә.
"Ҡәҙерлебеҙҙең киләһе юбилейҙарын да үткәрергә насип булһын. Әсәйле булыу – ҙур бәхет. Уның доғалары ағайым менән мине, ейән-ейәнсәрҙәрен һаҡлап йөрөтә. Йәшә әле, әсәйем, йәшә. 95 үтһен, 100 етеп, 100-ҙе ваҡлайыҡ әле, ҡәҙерлем!" – тип яҙған Фирүзә ханым.
Матур ҡартлыҡ кисергән бәхетле инәйҙең алты балаһы, 12 ейәне һәм 17 ейәнсәре бар. Ул бөгөн ҡыҙы Фирүзә ғаиләһендә йәшәй.
Оло йәштәге инәйгә беҙ ҙә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!