Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
12 Март 2025, 11:16

Өфө предприятиелары “Хеҙмәт резервтары” спартакиадаһы кубогы өсөн көрәшә

Спартакиаданың икенсе этабы 22-23 мартта үтәсәк.

Өфө предприятиелары “Хеҙмәт резервтары” спартакиадаһы кубогы өсөн көрәшәӨфө предприятиелары “Хеҙмәт резервтары” спартакиадаһы кубогы өсөн көрәшә
Өфө предприятиелары “Хеҙмәт резервтары” спартакиадаһы кубогы өсөн көрәшә

Башҡортостанда “Хеҙмәт резервтары” корпоратив спартакиадаһы старт алды. Унда хеҙмәт коллективтарын командалары дүрт этапта үтәсәк 30 иң популяр спорт төрө буйынса ярыштар көтә. Был хаҡта Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Сара “Физик культураны Һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы маҡсаттарына ярашлы үткәрелә.

Спартакиаданың икенсе миҙгелендә төбәк предприятиеларының 20 командаһы ҡатнаша. 1 мартта ҡатнашыусылар ете дисциплинала сығыш яһаны: йөҙөү, шашка, шахмат, нард, дартс, пневматик мылтыҡтан пуля менән атыу һәм волейбол буйынса һайлап алыу уйындары уйнай, ә 2 мартта волейбол турнирының финал матчтары уҙғарылды.

Спартакиаданың икенсе этабы 22-23 мартта үтәсәкҠатнашыусыларҙы бильярд, боулинг һәм компьютер спорты буйынса турнирҙар көтә.

Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡуйған милли маҡсаттарҙы үтәргә һәм "Кадрҙар" милли проектын (национальный проект "Кадры") ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: sport.bashkortostan.ru.

Автор:Рәмилә Мусина

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас