Бөтә яңылыҡтар

Эҙҙәреңә генә баҫып барам... Хикәйә.

– Һин дә мин өҙҙөрә баҫып йөрөгән, төҫ ташламаған әсәйем Хөрмәт ағай янында булмағас ҡапыл ғына ҡартайып, бирешеп, бөтөрөнөп китте…

Эҙҙәреңә генә баҫып барам... Хикәйә.
Эҙҙәреңә генә баҫып барам... Хикәйә.

 Сәнғәт колледжының йомғаҡлау концертына саҡырҙылар. Шунда эшләгән уҡытыусылар, студенттар көсө менән әҙерләнгән мәҙәни сара матур, күркәм ойошто-ролғайны. Концертҡа йәм, үҙенсәлек өҫтәп фойыға ҡала рәссамдарының, урындағы фотографтарҙың мауыҡтырғыс картина, фотокүргәҙмәһе лә ҡуйылған. Ике йөҙ тамашасы һыйҙырышлы зал шығрым тулы, беҙҙең, почетлы ҡунаҡтарҙың урыны икенсе рәттә. Кисәне алып барыусы егет сираттағы сығыш яһаусыны иғлан итте: «Людвиг ван Бетховен, «Айлы соната», колледж уҡытыусыһы Миңһылыу Таһирова башҡара». Сәхнәгә сыҡҡан мөләйем йөҙлө йәш ҡатын оялсан йылмайып итәғә-тле баш эйҙе лә фортепьяно артына йүнәлде, урынлашҡас аҡҡош ҡанатылай наҙлы елпегән ҡулдарын инструмент телдәренә һалды. Үҙенең аһәңенә сорнап йәнде тетрәткән, суйыр таштарға бәрелеп селтерәй-селтерәй тау түбәненә ташланған йү-герек шишмәнең көмөш сыңылай ағылған көй яйлап ҡына тотош залды солғап алды ла тыңлаусыларҙы арбап, артынан эйәртеп мөғжизәле әкиәт донъяһына алып китте, үтә күренмәле ай нурҙары хаҡимлыҡ иткән йондоҙло асманға ашырҙы. Һаңрау немец композиторы ижад иткән сонатаны Европала киң билдәле орган залында, башҡа урындарҙа бихисап тапҡырҙар тыңлағаным булды, иллә был музыкаль әҫәрҙең сер асылына, уның илаһилығына һаман да булһа төшөнөп етмәйем, бары булмышым менән ҡабул итеп, сүллектә осраҡлы юлыҡҡан ҡоҙоҡтан сарсауын ҡандырған мосафирҙай моңдо һемереп эсәм генә, эсәм һәм шунан оло ләззәт алам, кинәнеү, ҡәнәғәтләнеү тойғоһон кисерәм. Бөгөнгө кисерештәрем башҡасараҡ, әле бынау башҡарыусы сәхнәгә сыҡҡандан алып күңел төпкөлөн яуапһыҙ һо-рау ҡымырйыта: «Ҡайҙа күрҙем мин уны, һәм ҡасан?.. Уң яҡ бит алмаһын соҡор-ландырып оялсан йылмайыуы, муйынын ғорур ханбикәләй текә тотоуы таныш… Улай тиһәң, донъя киң, түңәрәк, кем менән генә осрашмайһың да, кемдәр менән генә барыр юлдарың киҫешмәй… Юҡ, уны ҡайҙалыр күрҙем бит, хатта яҡындан ғына текәлеп торғандаймын да…» Уңғансы соната тамамланды, ҡатын дәррәү ал-ҡышлаусыларға рәхмәт йөҙөнән кеселекле баш эйҙе. Уға янып торған раузалар гөлләмәһен бүләк иттеләр, мин дә ҡулым буш булыуға ҡарамаҫтан урынымдан ҡалҡа биреп алға ынтылып ҡуйҙым. Шул мәл ҡатындың муйынының урта өлөш-өндәге бәләкәй генә ҡара төрткө миңенә иғтибар иттем. «Миңһылыу… Уның ошо тән тамғаһы таныш та баһа, тик хәтер тигәнең, йылдар үтеү менән ҡом араһынд-ағы ҡырсынды тотмаған иҫке иләккә әүерелә бара…»

   Тәнәфес мәлендә фойелағы халыҡты йырып эргәмә Миңһылыу Таһирова үҙе килде, баяғылай эйелә биреп тыйнаҡ иҫәнләште:

            – Һаумыһығыҙ? Һеҙгә  Айҙар ағай, тип мөрәжәғәт итергә мөмкинме?

            – Мин дә үҙ сиратымда ябай итеп, яратып өндәшәйем, һаумы, һылыуым! Бигерәк оҫта уйнаның, еренә еткереп башҡарҙың, ә бит сонатаның эстәлеге үтә лә ҡатмарлы, уның нескәлектәрен, иң әүәл һиҙгер күңел аша үткәрә һәм тыңлаусыға еткерә белергә кәрәк, шул саҡта ғына ул бына ошолай арбатҡыс ҡабул ителә.

            – Рәхмәт. Һеҙ тәжрибәле музыка белгесе һымаҡ фекер йөрөтәһегеҙ.

            – «Таштуғай» бөтә нота бейеклектәрен, моң бөгөлдәрен үҙенә һыйҙырған йыр икәнлекте беләм. Уны бит иң тәүҙә фортепьянола түгел, ҡурайҙа башҡарған-дар, шулай булғас беҙҙең милли инструмент башҡа музыка ҡоралдарынан һис тә ҡалышмай. Беҙҙең йырҙарыбыҙ-көйҙәребеҙ хаҡында ла шуны әйтер инем… - Күп-тәнге таныштарҙай һөйләшеп ситкәрәк йүнәлдек, ҡабаланмай атлап күргәҙмә рә-тенән үттек. Баяғы һораулы уйҙан арына алмағанға үҙемде тарҡауыраҡ тотам,

  һиҙҙермәҫкә тырышып Миңһылыу яғына һирпелеп-һирпелеп алам.

            – Һеҙ мине танырға итәһегеҙ шикелле?

            – Бер аҙ сырамытам да һымаҡ…

            –  Һеҙҙе ҡала урамдарында йыш осратам, тик эргәгеҙгә килергә, һүҙ ҡушы-рға ҡыймайым. Атайым менән әсәйем дә сәләм әйтеп ҡалалар. Беҙ бит ауылдаштар…

            – Бына нисек! Хәҙер йәштәрҙе ата-әсәләренә оҡшатып ҡына таныйым. Ә бына һеҙҙе… 

– Юлды япҡан күҙ асҡыһыҙ аҡман-тоҡманды хәтерләгеҙ әле?

            –  Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан… Хөрмәт менән Айжан…

            – Бына танынығыҙ! Яҡты донъяға ҡабул иткән ҡыҙ балағыҙ мин булам!

            – Бәпесем! - Эргәмдәгеләрҙе аптыратып ыҡсым кәүҙәне үҙемә тартып ар-ҡанан тупылдатып һөйҙөм.

            – Бәпесегеҙ шул! - Миңһылыу селтерәтеп көлөп ебәрҙе.

       Уңғансы концерттың икенсе өлөшөнә саҡырып ҡыңғырау шылтыраны.

 

                                                                  2

 

       Мин Сибай медицина училищыһының фельдшерҙар бүлеген тамамлап ҡайт-ҡан яҙ ауылыбыҙ Үргенгә күрше райондан килен төштө. Күрмәҫ элек үк йәш кил-ендең үтә лә күрмәлекле булыуын еткерҙеләр, ә осратҡас ысынлап та уның ылыҡ-тырғыс икәнлегенә инандым, беҙҙә ундайҙар хаҡында һөйкөмлө һөйәк, тиҙәр. Ауылыбыҙҙағы ҡатын-ҡыҙҙар иһә сибәрлек йәһәтенән урта һылыу самаһындалар, йәғни араларында һыбайлы атынан төшөп, йәйәүле ятып ҡарарлыҡтар юҡ иҫәбендә. «Һылыу» ҙан һалдырыуым шунан ғибәрәт, ҡатын-ҡыҙҙы йәмһеҙ, тип йәбер-ләргә, ҡыйырһытырға һис тә ярамай. Бына, мәҫәлән, беҙҙә үрге һәм түбәнге оста ике Һылыубикә йәшәй, улар хаҡында бары: «Һылыулыҡ туйҙа килешә», «Һылыулыҡты баҙарға сығарып булмай», мәҡәлдәрен иҫкә төшөрөп, халыҡ аҡылына таян-ып, йөҙ, буй-һын етешһеҙлектәренә күҙ йоморға ғына ҡала. Ике тарафта ике «һылыу» йәшәгәс урта тоштағылар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Уның ҡарауы һы-лыубикәләребеҙ талымһыҙ йөк аты ише ҡара эшкә әрһеҙҙәр: кәбән ҡойорға, утын киҫергә, тау аҫтындағы ҡоҙоҡтан дәү биҙрәләрҙе ыһ та итмәй күтәреп һыу ташы-рға әүәҫтәр. Билдәле - урта сибәрҙәргә осло күҙле ир-ат иғтибар итә һалып барм-ай, һәм дә ошо тәңгәлдә шул яғы отошло, күҙгә бәрелеп бармағандар менән донъя көтөүе еңел дә рәхәт тә. Шулай булмай тағы, беренсенән - ҡатыныңды ят ирҙәрҙән көнләшеп йонсомайһың, икенсенән хәләлең көҙгө алдында биҙәнеп-төҙәнеп ваҡыт әрәм итмәй. Һомғол буйлы йәш килен эргәмдән муйынын тура тотоп, текә баҫып үтте, минең яҡҡа ҡараш һирпеүҙе лә кәрәк һанаманы. Уның тумалаҡ, ҡарағусҡыл бит алмаларына, матур танауына, бүлтәйеңкерәп остайған уймаҡ ирендәренә, ҡы-йғас ҡаштары аҫтынан ҡараған һорғолт күҙҙәренә, икенән үреп иңенә төшөргән ҡалын ҡара сәстәренә, тәнен кипсәлдергән күлдәге аша ымһындырғыс булып ҡа-лҡҡан йоморосай түштәренә, ҡойоп ҡуйғандай төҙ аяҡлы тулы балтырҙарына иғ-тибар иттем. Бейегәндәгеләй итеп йыбырлата баҫа был. Беренсе уйым шул булды: «Күрше районға ҡаҙаҡ далаһы яҡын, был килен башҡорт иҫәпләнһә лә исеме ме-нән генә түгел есеме менән дә шул яҡтандыр. Хаҡ  һүҙ һөйләгән егеттәр, бының бит-йөҙө, буй-һыны әйтеп үткәнемсә ылыҡтырғыс камил булһа ла артыҡлап һу-шты алырлыҡ ерҙәрен күрмәйем, ысынлап та урта самаһында, беҙҙең ауылға тап таман…» Шулай тиһәм дә ҡайһылыр яғы менән башҡаларға шыпа ла оҡшамаға-йны килен, бына ул һин дә мин атлап бара һымаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта ауыл ур-амына хәүеф-хәтәрҙән өркөргә әҙер болан аҙашып килеп ингәндәй! Ят та, шул уҡ ваҡытта танһыҡ та күренеш. Тик шуныһы ғына күңелемә ятып бөтмәне – Айжан ире менән сағыштырғанда «силәгенә күрә ҡапҡас» затҡа тартмаған. Ире Ғәбит ми-нән өс-дүрт йәшкә олораҡ, уҡыуҙа оңҡотлоғона барып, һәр класта ике-өс йыл улт-ырып ташлағанлыҡтан мәктәпте һуң ғына тамамланы. Хәҙер совхоз бүлексәһенең төп «эшсе көсө» иҫәпләнеп ҡайҙа ҡушалар шунда мөштөрҙәй, сит яҡтарға сығып ялланып эшләп тә ҡайтҡылай. Сираттағы ике ай тирәһе юғалып тороуында ошо ҡатынды эйәртеп ҡайтып төштө. Ҡайны-ҡәйнә яғының нәҫел-нәсәбе нисегерәкт-ер, кем белһен, мәгәр Ғәбит кәләш әйттереп, кейәүләү йолаһын атҡарманы, ә ата-әсәһе туйлап, йортҡа килен төшөрөп, уны яҫтыҡҡа баҫтырып, ауыҙына бал-май ҡаптырып ҡаршы алып мәшәҡәтләнмәне, бында килгәс йома көндө Насибулла мулланы абыстайы менән саҡырып  бата ғына уҡытҡандар шикелле. Аңламаҫһың был ҡатын-ҡыҙҙың сәйерлеген, Айжан ҡорҙай ғына кәүҙәле, таҙ табыты сыбарлағ-ан сөрәкә башлы Ғәбиттә ниндәй ир ғәйрәте, яҡынлыҡ тапҡандыр! Ни генә тиһәң дә йәш ғаилә Хөрмәттәргә урам аша ҡаршы торған аласыҡҡа тартым буш өйҙө һипләп йүнәтештерҙеләр ҙә шунда күсенеп һин дә мин йәшәп алды ла киттеләр. Айжан да беҙҙең урта самаларҙан бер яғы менән дә айырылманы, үҙен башҡалар-ҙан өҫтөн күрһәтмәне, хәйер…

     Үрген  халҡы Октябрь байрамына ҙур концерт әҙерләне. Ауылдаштарыма был йәһәттән һүҙ тейҙерерлек түгел, улар йыр-моңдоң ҡәҙерен, баһаһын, йор һүҙҙең тәмен белеп, сәхнәгә баҫып йыр һуҙырға шиғыр һөйләргә хирес. Һәммәһен ғәжә-пләндергәне шул булды, тамаша ҡыҙған ғына мәлдә сәхнәгә гармунын ҡултыҡ аҫт-ына ҡыҫтырған Хөрмәт менән Айжан сығып баҫтылар. Армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас уҡ өйләнгән Хөрмәт ике йылда ике бала атаһы булып та китте, әле клуб мөдире, бөтә ойоштороу мәшәҡәттәре уның өҫтөндә, ҡартын да, йәшен дә сәхнәгә йәлеп итә, ана бит йәш килендең һәләтен күреп тә өлгөргән. Хөрмәт мыҡты кәүҙә-ле күрмәлекле кеше, ҡатын-ҡыҙға ҡарата мөғәмәләһе ипле. Тирә-яҡта беренсе гармунсы булғас уға ҡатын-ҡыҙ былай ҙа һылаша һалып бара. Ә миңә килгәндә йә йыр-моңға барымым юҡ, йә аяҡтарымды алмашлап баҫып тыпырҙата белмәйем, шуға кәрәккәндә трибуна артына баҫтырып сығыш ҡына яһаталар. Ыратып эш ҡырмаһалар ҙа килешле итеп һүҙ һөйләй белеүселәрҙең урыны түрҙә хәҙер, шуға иң алғы ултырғыстарҙың береһен биләгәнмен. Ҡапыл асылмаҫ йомаҡҡа яуап тап-ҡандай иттем: «Китсе, был икәү бер-береһенә пар килгәндәр ҙә баһа!» Уйымды раҫлағандай клуб эсе еңелсә геүләп алды, эргәмдәге бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын шыш-быш итешеп бер-береһенә ҡолаҡтарын ҡуйышты. Гармунсы тон юғарылығын эҙл-әп хромка телдәренән бармаҡтарын етеҙ йүгертеп алды ла күректе киң тартып һыҙҙырып ебәрҙе.

 

                                          Эҙҙәреңә генә баҫып барам,

                                          Эҙҙәреңдән яна табаным…

 

       Ҡылған тирбәлгән сал даланы гиҙгән йылымыс елдәй талғын ағылған моң яй-лап үҫә барып думбыра ҡылындай тығыҙ тартылған күңелдәрҙе сиртеп тирбәтте, йәндәрҙе  арбаны, наҙланы, сихырланы. Айжандың йырын Хөрмәттең күкрәгенән урғылып сыҡҡан көр тауышы күтәрҙе:

 

                                          Эҙҙәреңдән таба алмағанды,

                                          Күҙҙәреңдән эҙләп табырмын.

 

   Ҡайһы саҡ моң күңелгә ятһа ла тауыштар тап килмәй, быларҙыҡы киреһенсә уны ҡанатлы, еңел, күтәренке итә, көйгә эйәреп ҡоласыңды йәйеп вальсҡа төш тә кит инде. Ул кистә күп йырланылар, күп бейенеләр, мәгәр күҙ алдымдан кис буйы Хөрмәт менән Айжан китмәне, тамашаның йәме, матурлығы ине улар!

   Тиҙҙән ауыл буйлап хәбәр таралды, йәнәһе лә күрше районда концерт менән йөрөгәндәрендә Айжан Хөрмәтте күреп ғашиҡ була һәм бергә ҡалыуҙың башҡаса юлын тапмағас Ғәбиткә кейәүгә сығып бында килә. Йәш килен яҡын еңгәһенә «Хө-рмәттең көн дә үткән эҙҙәргә баҫып йөрөһәм шул да еткән», тип серен дә асҡан имеш. Әллә әйткән, әллә юҡ, уныһын кем генә асыҡлап торһон, иллә ауыл ерендә хәбәр тиҙ тарала,  йәшереп-боҫорормон тимә!

    Медпунктта беҙ ике хеҙмәткәр эшләйбеҙ: мин - фельдшер, пункттың етәксеһе, һәм акушерка Ямал. Айжан бесән осоронда килеп иҫәпкә тороп сыҡты. Бик телә-мәһәм дә, гөнаһ шомлоғона ҡаршы уйлап ҡуйҙым: «Тыуасаҡ баланың атаһы кем? Был икәү хаҡында ауылда имеш-мимештәр баҫылмай, киреһенсә ҡуйыра ғына бара …» « Айжан менән Хөрмәт халыҡ араһында булғандарында бер-береһенән ҡасмайҙар ҙа, яҡынлай һалып та бармайҙар, һин дә мин йөрөй бирәләр. Һуңғы көндәрҙә Хөрмәттең йөҙөнә нур ҡунғандай, хәрәкәттәре лә ышаныслы, тимәк…

 

                                                                 3

 

   Беҙҙең яҡта яҙ байрамы етте иһә күҙ менән ҡаш араһында көн торошо үҙгәрә лә китә, ҡылтым ҡатын-ҡыҙ шикелле сыпраңдаҡ холҡон күрһәтергә тотона. Был юлы ла шулай булды: төштән һуң сыҡҡан еңел ел бер аҙҙан һепертмәгә әүерелде, уны-һы йәйәүле буранға ялғанды, ҡеүәтләнә барған буранға ябалаҡлап яуған епшек ҡар ҡушылғайны, эңер мәлендә күҙ асҡыһыҙ ғәрәсәт башланды; ыжғыр дауыл ал-ып ырғытырға теләп өй ҡыйыҡтарын хәтәр даңғырҙатты, мөрйәләргә инеп олоно, ҡойононда, ҡуйынында өйрөлткән көртөн урамдарға, ҡапҡа ауыҙҙарына, килтер-еп тултырҙы, йырмаслап һалынған ҡышҡы берләм һуҡмаҡтарҙы эҙен дә ҡалдыр-май тотошлай күмеп ташланы.

       Ишекте шаҡынылар. Был ваҡытта кем йөрөр икән, тип шөбһәләнеп соланға сыҡтым:

            – Кем?

            – Был мин әле, Айҙар, ас!

       Солан стенаһына аушайып көткән кеше Хөрмәт икән. Ҡул биреп күрештек.

            – Байрам менән, тип әйтә алмайым, ни йомош?

            – Ней… - Хөрмәт кеҫәһен ҡаҡҡылап папирос килтереп сығарҙы, саба иҫкән буранда шырпы һыҙа алмай хитланды.

            – Бында тоҡандыра алмаҫһың, әйҙә эскә инәйек.

       Ҡуҙҙай быҫҡыған тәмәкенән соланға ҡырҡыу төтөн еҫе тулды.

            – Ямалды әйтәм, күрше ауылға ҡунаҡҡа киткән икән…

            – Беләм. Байрамдары бит.

            – Шулайын шулай, тик көтмәгәндә Айжан сирләп китте бит әле.

            – ?!?

            –  Нимә, аңра һарыҡтай таҫырайҙың? - Яндырайыраҡ холоҡло Хөрмәт көт-мәгәндә тоҡанып китеп ҡулындағын иҙәнгә ырғытты ла енләнеүен баҫырға теләп төпсөктө табанлы быймаһының үксәһе менән тызып уҡ ҡуйҙы.

            – Таҫыраймайым, эт яманы буранда ҡоторған, тигәндәй, һинең тинтәкләне-үең аптырата.

            – Нимәһенә аптырарға, ҡатыным балаларҙы алып Бикбауға ҡайнымдарға китте, Ғәбит шабашкала. Ишек алдына сығып ҡараһам - күршеләрҙең тәҙрәләр-ендә ут яна, ишек бикһеҙ, инһәм - Айжан эсен ҡосаҡлаған да диванда аунай…

            – Күрәм, һин бик хәстәрлекле әҙәмгә оҡшағанһың, былай барһа ярты став-каға Ямалға ярҙамсы итеп алмаһам булмаҫ, быуаҙ бисәләрҙең хәлен белеп йөрөр-гә лә бер кеше кәрәк бит.

– Кешене мыҫҡыл итергә тигәндә һинән уҙҙырыусы юҡ инде ул!

– Һеркәһе һыу күтәрмәй берәүҙең, ҡылтайырға әҙер!

            – Йә, ярай, һүҙ көрәштерергә ваҡыт самалы. Нимә эшләйбеҙ?

            – Билдәле, Айжанды район үҙәгенә оҙатырға кәрәк.

            – Ошондай көндәме?!

       Соланды күтәреп алып китерҙәй туҙынған буран тауышын тыңлап һуҙҙым:

            – Дә… Низнай…

            – Низнайҙан һалдырма, йәме, һиңә фельдшерға ярҙам һорап килдем, ә һин!

            – Дөрөҫ әйтәһең, фельдшер, акушер түгел.

            – Ундай эште маташтыра алаһыңмы һуң?   

            – Училищыла муляжда ғына эшләп ҡарап зачет биргәйнек. Ә бында…

            – Аңлашылды. Значит, ҡулыңдан килмәй. Ветфельдшер Әхмәҙей ағайға әй-теп ҡарайыҡмы әллә? Үткәндә танабыҙҙы имен-аман быҙаулатып биргәйне былай.

            – Ҡарап тороуға зиһенле генә күренһәң дә шыр тиле, һүҙҙең рәтен белмәг-ән алйот икәнһең, кем, Хөрмәтулла!

            – Алйот шул, алйот! – Хөрмәт ҡараңғы юҡҡа үрһәләнеп тар соланды арҡы-ры-буйға кәлепләне, ыңғайы бер таҡта стенаға типте.

            – Биреңде әйтәм, гел эргәңдә йөрөй инде.

       Әйткәндәремде раҫлағандай йоҙроҡ ишек яңағын төйҙө.

– Муйынға килеп йәбешеп ҡуйма, Хөрмәт дуҫ, әлегә йәшәге килә.

- Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, күпме генәһүҙ көрәштерһәк тә Айжанға һинең менән минән башҡа ярҙам итеүсе табылмаҫ.

       Уйланғандай иттем:    

            – Ғиндуллаға әйт, ДТ-һын тоҡандырһын, йәтешерәк берәй сана таҡһын. Хә-ҙер мин ҡаршы сығығыҙ, тип районға, бала табыу йортона шылтыратам да «тиҙ ярҙам» сумкаһына кәрәк-яраҡты тултырып алам. Нимә һенағастай һерәйҙең, бар, ос!

            – Хәҙер! – Хөрмәт тыңлаулы балалай елтәңләтә баҫып сығып йүгерҙе.

 

                                                               4

 

       Ҡуҙғалып сыҡҡансы апаруҡ ваҡыт китте. Силос ташыған трактор санаһы ҙур уҡ булһа ла ситтәре арҡа терәмәле, төбө иҙәнле итеп ҡулайлы эшләгән. Үҙебеҙ ке-йгәндән тыш тағы ла өс-дүрт толоп һалып алдыҡ. Трактор двигатель торбаһынан ялҡынлы ут бөркөп, уңға-һулға ташланып ҡар диңгеҙендә йөҙә, иллә ауырлыҡ ме-нән булһа ла сананы тарта әлегә. Шөбһәләнеп алға ҡараным, унда ҡаялай ҡарай-ып урман ҡалҡҡан, ул ҡорбанын йоторға йыйынған аждаһалай уһылдай, үкерә. Хөрмәт алғы ҡулайламаға арҡаһын терәгән, алдындағы яҫтыҡҡа Айжан башын төрткән. Ул тауышын ныҡ сығармаҫҡа тырышып тештәрен шығырҙатып ыңғыра-ша:

            – Йә Ғәбит өйҙә юҡ… Бәләмде һалдым…

            – Беҙ барҙа нимәгә ул Ғәбит! – Хөрмәттең тауышы ҡарлығып ишетелә.

            – Әйтмә лә. – Хөрмәттең һүҙҙәрен йөпләнем дә Айжандың толоп еңенә ҡу-лымды тығып баш бармаҡ төбөндәге ҡан тамырын эҙләп таптым. Бармаҡтарым аҫтындағы пульс һуҡмай, ярһып бейей төҫлө. Ҡорһаҡты ҡапшаным, ул әлегә ҡал-ҡыу һымаҡ, күҙаллауымса баланың башы таз ҡыуышлығына төшмәгән, хәүефлән-ергә иртәрәк.

       Уңғансы Ғиндулла трактор тәҙрәһенән башын сығарып аҡырҙы:

            – Сананы ысҡындырығыҙ!

            – Нимә?

            – Күрәһегеҙ бит, юл һалмайынса алға барып булмай!

     Ауылдан өс-дүрт саҡрымда ятҡан Атсапҡан яланына еткәнсе тракторға эйәреп көрт йырып, юл һалып арманһыҙ булғайныҡ инде. Ҡабаттан санаға ултырҙым да Тәңренән ярлыҡау һорағандай ҡулдарымды һоноп юғарыға ҡараным:

            – Ярҙамыңдан ҡалдырма!..

            – Нимә тинегеҙ? - Айжан урынында ҡымғырлай биреп ҡуйҙы.

            – Айжан, һин бер-ике сәғәткә сыҙа инде, баланы нисек тә тапмай тор. Күрә-һең бит ниндәй хәлдәбеҙ…

            – Ҡайһылайтайым?..

            – Ныҡ итеп сатыңды ҡыҫаһыңмы, әллә башҡа берәй юлын табаһыңмы… Белмәйем… - Иҫәңгерәгән-шаңҡығанлыҡтан буталып мәғәнәһеҙ хәбәр һалдым.

            – Мин… мин… тырышырмын… сыҙармын…

            – Сыҙа шу… Рәхмәт… - Тик ни өсөн рәхмәт әйткәнемде үҙем дә аңламаным.

  Ҡабаттан ҡорһаҡты ҡапшаным. Ул бүҫкәрә төшкәндәй. «Булмаҫ! Нисек инде ул-ай тиҙ, ошондамы?»  Айжандың тирә-яғын ҡымтыштырғанда бармаҡтарым еүеш итәккә ҡағылды. Арҡам буйынан һалҡынлыҡ йүгерҙе: «Бөттөм! Толҡаттың һыуы киткән!  Бала ошонда тыуа ҡалһа уны һаҡлап, ҡотҡарып ҡалып булмай! Бер нисек тә! Зерә фельдшер һөнәрен һайлағанмын, әгәр агрономлыҡҡа уҡыһам ошо көндә яҙ етеп ер кибеүен көтөп түшәмгә төкөрөп маҙырап тик ятыр инем… Улайға кит-һә кендек бабайы булмаҫ өсөн миңә был донъяға бөтөнләй тыуырға кәрәкмәгән… Ә был бала исмаһам май айында тыуһасы, көндәр йылынғас, байрамдар үткәс, ау-лаҡлап… Ошо хәлдән имен-аман ҡотолһам районға барам да ғариза яҙып һалам, был хәйерһеҙ эштә миңә тимәһә анау Әхмәҙей ағай йөрөһөн…» Аңымдан ҡыра-малай-ҡырҡ уйҙы йүгертеп тубыҡланған килеш бер килке һеңгәҙәнем. Юҡ, былай бармай, мәмәйләнергә ярамай, мин дә бит ир затынан!

       Ҡулдарымды ышаныслы болғап ҡысҡырҙым:

            – Ғиндулла, кире борол!

     Теге әйткәндәремде төшөнмәгәндәй кәпәсенең ҡолаҡсынын бер яҡҡа ҡыйшайт-ты:

            – Ни тиһең, ишетмәйем!?

            – Туң ҡолаҡ! Ҡайтабыҙ!

            – Нишләп? - Был һорауҙы Хөрмәт бирҙе.

       Уның яғаһынан бөрөп алып асыу менән ҡолағына бышылданым:

            – Атаң башы, миңрәү, һәтәү, иҫкә ярым! - Бар үсемде Хөрмәттән алырға те-ләп бер тынала әр һүҙҙәрен теҙҙем. - Бөтәһен һиңә сәйнәп ҡаптырырға кәрәкме? Боролабыҙ! Ҡайтып өлгөргән хәлдә ни күрһәк тә ауылда күрәбеҙ…

 

                                                                 5

 

    Илле-аллаға ҡайтып етеп Айжанды өйөнә индереп һалдыҡ. Оло бәләнән ҡото-лған Ғиндулла шундуҡ һыуға һеңгәндәй юҡҡа ла сыҡты. Хөрмәт утын индереп ме-йесте тоҡандырып ебәрҙе, мин сөгөн табып һыу йылытырға ҡуйҙым, диван тирә-һен шаршау менән уратып алдым, ҡул аҫтындағы инструменттарҙы, шприцтарҙы туҫтаҡҡа һалып һыу тултырып газ плитәһенә ҡайнатырға ҡуйҙым,  йыуынғыс ар-тына баҫып ентекләп ҡулдарымды йыуғас уларҙы эшкәртергә керешеп киттем, инеп-сығып йөрөгән Хөрмәт минең яҡҡа ҡырын-мырын ҡараш ташлай, нимә лә булһа әйтеремде көтә, ә мин тештәремде ҡыҫҡанмын, нисек тә тулҡынланыуым-ды, ҡурҡыуымды белдермәҫкә кәрәк, ә урынһыҙ ығы-зығы бер кем файҙаһына ла түгел. «Бала башы менән килә, уныһы һәйбәт, тик бында кендек бауының муйын-ға уралыу ҡурҡынысы бар. Иң мөһиме - бала тыуғандан аҙаҡ ҡан китмәһен, юғи-һә эш харап, ҡан һарҡыуҙы бер нисек тә туҡтатып булмаясаҡ… Тейешле уколда-рҙы ҡаҙаным, хәҙер көтөргә ҡала…» Юлда талсығыу үҙенекен итте, стенаға һөйәлеп аҙға ғына ойоғандай, әүелйегәндәй иттем. Күҙ алдыма киң болон килеп баҫты,  сәскәле һуҡмаҡтан сыр яланғас сабыйҙы күтәреп йүгерәм икән, тим, миңә күңелле, миңә шул тиклем дә күңелле, тик ниңә һуң сабый иламай, ыңғыраша…

            – Ыһ-һ-һһһ… - Айжандың тауышы икән.

            – Айҙар, нимә унда шымып киттең? - Шаршау артындағы Хөрмәт өндәште.

            – Хәҙер, хәҙер, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ… Айжан, хәлдәрең нисек, һылыуым?

       Ҡатын ғазаптан алйыған ҡарашын минең яҡҡа йүнәлтте:

            – Һәйбәт… Эсем ҡутарылып бара, тамағым кибә, һыу бирегеҙ әле…

            – Эсергә ярамай, һис ярамай. Ә һин көсән, ныҡ итеп көсән!

            – Хәлем бөттө, көсөм ҡалманы, ҡулымдан килмәҫтәйҙе талап итмә.

            – Нимә һөйләйһең, инә арыҫлан, беҙ һинең менән бала табырға тейешбеҙ. Ишетәһеңме, сәләмәт бала табырға! Көсән, тим, аҡтыҡҡы көсөңдө йыйып көсән!

            – А-а-а-айй!

            – Аҡыллым, тағы ла бер тапҡыр, үтенәм, күрәһең, мин дә бит һине тырыш-тырам, ярҙам итәм…

            – М-м-ммм… ай!

            – Тағы ла бер тапҡыр ынтылһаң һиңә аҙ ғына ял итеп алырға рөхсәт итәм…

       Шаршау артынан сыҡтым. Хөрмәт өнһөҙ генә ҡаршыма баҫты, тишерҙәй итеп текәлде.

            – Тыуыр баланы үҙем тапһам күпкә еңелерәк булыр ине, Хөрмәт… Тәнем-дән шыбырҙап тир аға, хәҙер ҡалтырата башланы…

            – Әллә тим, бер йөҙ грамм йотаһыңмы, беҙҙә мөгәрәптә бар ул, хәҙер килте-рәм. Еңел булып ҡалыр исмаһам.

            – Ярамай, ул сағында бөтәһе лә харап буласаҡ.

            – Ошо ерҙә мин нимә ҡыла алам, күрәһең бит, эшкә ашмаған йүнһеҙ кеше-ләй һерәйгәнмен.

       Кеҫәмдән асҡыс сығарып һондом:

            – Мә, хәҙер үк медпунктҡа бар ҙа яңынан район үҙәгенә, кәрәк булһа Беренсенең үҙенә шылтырат, бындағы хәлде тәфсирләп аңлат, көслө юл ярғыс трактор тапһындар, артынан «Тиҙ ярҙам»ды төшөрһөндәр. Төшөндөңмө? Күпме көтөргә мөмкин! Бар!

       Хөрмәт сығып киткәс Айжандың янына индем:

            – Дауам итәбеҙ, һылыуым, башҡа сара юҡ. Ваҡыт үтеү менән көсөңдө юға-лта ғына бараһың шуны иҫеңдә тот. Ә хәҙер бына ошо ағас ҡалаҡты тешлә лә ике ҡуллап карауат ситенә йәбеш һәм… Көсән! Көсән, тим! Ярҙам ит! -Ҡорһаҡты уратҡан яҫы простыняны бар көсөмә аҫҡа баҫтым. Күҙ алдымда осҡондар һикерешә башланы.

            – А-а-а-айй!

            – Э-э-э-ңңә-ә-ә… Э-э-эңңә!

       Беләгемә уратҡан туҡыманы ысҡындырып иҙәнгә һуҙылып яттым. Ауыр йөк-тән бушанғандай йәнем рәхәтлектән иңрәне: «Рәхмәт, Хоҙайым, мең рәхмәт һи-ңә…»

       Баланың кендеген ҡырҡып биләүгә биләнем, Айжандың янына килтерҙем. Ул түгелеп илай ине.

            – Балам тыуҙы… Балам… Мин әсәй! Кем?

            – Ҡыҙыҡай. Мап-матур ғына ҡыҙыҡай! Атаһы ҡайтып төшһөн дә исемен үҙ-егеҙ һайларһығыҙ!

            – Ҡушығыҙ исемде… Һеҙ уға хаҡлы…

            – Муйыны тапҡырында сәтәкәй бармаҡ йөҙөндәй генә миңе бар. Миңһылыу булһын.

            – Ризабыҙ. Матур исем.

       Уңғансы Хөрмәт килеп инде, шатлығынан мине ойпалай башланы, уны еңенән ситкәрәк тарттым.

            – Шылтырата алдыңмы?

            – Бая, һин дежур врач менән генә һөйләшһәң, был юлы баш табиптың үҙе-нә сыҡтым. Ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләргә һүҙ бирҙе.

            – Молодец! Ә хәҙер тыңла, бөтәһе лә һин көткәнсә һәйбәт түгел әле…

            – Нимә булды тағы?

            – Эскә ҡан һарҡа.

            – Һуң туҡтат, уныһы ғына ҡулыңдан килә бит!

            – Беләк ҡанаһа жгут һалыр инем. Бында башҡасараҡ…

            – Нимә эшләйбеҙ?

            – Айжанға ҡан ебәрергә кәрәк.

            – Нисек итеп?

            – Туранан-тура.

– Төшөндөрөп һөйлә әле, нисек туранан-тура?

– Бер кешенән икенсе кешегә.

– Ә ул кешене ҡайҙан табабыҙ?

–  Бында һин дә мин. Башҡа кандидатураларҙы күрмәйем. Ҡаның нисәнсе группа?

            – Беренсе.

            – Бигерәк тә шәп. Элгәре бауыр ауырыуы, ҡотороҡ менән яфаланманыңмы?

            – Яндырайлыҡ бар барлыҡҡа, иллә бер тапҡыр ҙа ҡоторғаным булманы.

            – Яндырайлығыңды баҫабыҙ хәҙер. Күпме бирә алаһың?

            – Кәрәк икән тотошлайы менән һурҙыр. Тик уны нисек башҡарырға йыйынаһың?

            – Беҙгә училищыла «Хәрби ялан хирургияһы» тигән предмет уҡыттылар. Бында ябай физика законы, Айжанды иҙәнгә һалабыҙ, ә һин карауатта, ҡан үҙағышы менән түбәнгә һарҡа. Төшөндөңмө?

       Трубканы ҡан тамырҙарына тоташтырғас сиратлап был икәүгә һирпелдем. Хөрмәттең ҡуҙҙай ҡарашы Айжанға йүнәлгән, ә тегеһе һоро күҙҙәрен ҡыҫа төшөп шул илаһи йылылыҡта иҙерәй төҫлө.

     Система аҫтында ятыусыларҙың үҙҙәрен генә ҡалдырырға хаҡым булмаһа ла өҫтәмә дарыуҙар килтереү маҡсатында бил быуарҙан көрт йырып медпунктҡа йү-герҙем. Инеп тә өлгөрмәнем, өҫтәлдәге телефон шылтыраны.

            – Тыңлайым!

       Сымдың теге осонда баш табиптың асыулы тауышы ишетелде:

            – Егет, һин нимә ҡыланып ятаһың унда?

            –  Әсғәт Шәйхетдинович, шулайыраҡ килеп сыҡты шул…

            –  Шулайыраҡ-шулайыраҡ, эҫе мәлендә ебәреп булмай инеме?

            – Йығылыр урынымды алдан белһәм һалам түшәп ҡуйыр инем, тигән борон бер аҡыллы әҙәм.

            – Ошо мәлдә ниндәйерәк эштәр ҡырҙың инде?

            – Кендек бабайы булдым.

            – Ҡатындың хәле нисек?

            – Ҡан һарҡа.

            – Ныҡмы?

            – Тамсылаһа ла шикләндерә.

            – Ниндәй өҫтәмә процедура үткәрҙең?

            – Ҡан ағыуҙы туҡтатыусы уколдар ҡаҙаным.

            – Шул ғынамы?

            – Әлеге мәлдә туранан-тура ҡан ебәрәм. Беренсе группа ҡанлы пациентты ла таптым.

            – Үҙешмәкәрлектә бигерәк оҫтаһың, бөтәһе лә шыма үтһә иҫәп кенәгәңә индереп ҡаты шелтә сәпәргә тура килер.

            – Рәхмәт инде, ошонан юғарыраҡ баһаға өмөт тә итмәгәйнем.

            – Хәҙер, минең күрһәтмәне тыңла - нисек тә булһа ике-өс сәғәткә сыҙа, хәлде тотороҡло итергә тырыш. Эттергесле К-700 тракторы менән «Тиҙ ярҙам» һеҙҙең яҡҡа сыҡты. Ауыл осонда ҡаршы алыусы булһын! Йә, хуш!

       Система трубкаһын ысҡындырҙым. Хөрмәт аяғөҫтө баҫты:

            – Бәлки тағы ла ята бирергәлер.

            – Әлегә ошоноһо ла еткән. Хәҙер ҡайт та бер йөҙ грамм йотҡандан һуң ял итергә ят. Күрәһең бит Айжан да йоҡоға талды. Мин бында ҡалам. Иртә таң мен-ән ауыл осона сығып райондан килеүселәрҙе ҡаршылайһым бар.

       Хөрмәт ишек төбөнә килгәс ҡайырылды:

            – Һин, теге, ни… Был хаҡта бер кемгә лә һөйләмә инде. Нығытып ҡуйҙым, Шомбай Ғиндулланан да сыҡмаҫ. Иң мөһиме - ярҙам иттем, ҡурҡыныс артта ҡал-ды. Шулай булғас кәрәгем дә бөттө.

            – Ир-егеттең күңелендә эйәрле ат ятыр, тиҙәр, кисергәндәребеҙ икәү араһ-ында ғына ҡалыр. Әлегә хуш. Ә һин шәп егетһең, Хөрмәт! Һинең менән ат та, ҡыҙ ҙа урларға мөмкин!

            – Минең өлөшөмдө яттар урлаған шул. Шуға йәнемә толҡа тапмай ҡаңғыр-ам.

 

                                                                 6

 

      Көҙ. Әбейҙәр сыуағы. Тәбиғәттең сабыр ҙа, моңһоу ҙа мәле. Проспект буйлап теҙелгән ҡайындарҙың һары күлдәктәренән һибелгән алтын тәңкәләр тротуарҙы япҡан, миләштәр ныҡлап тоҡанып яңы дөрләй башлаған усаҡтай емерелеп уңған суҡлы емештәрен тәлгәштәрендә эйелдереп, ут ҡыҙыл япраҡтарын сағыу балҡыт-ып гөлтләп яналар. Эштән ҡайтышлай Хөрмәтте ҡала урамында күреп ҡалдым. Тирә-яғындағыларға, ғөмүмән йәшәүгә битараф, әсе ҡапҡандай сирыҡ йөҙлө, бер иш кейемле, игеҙәктәрҙәй, бер тамсы һыуҙай береһе икенсеһенә оҡшаған, тимер роботтай ҡыймылдаған ҡала халҡына ҡушылырға теләмәгәндәй таш өйҙәргә һы-йыныңҡырап атлай.

            – Гармунсы Хөрмәт! - Ҡыуанып һөрәнләп ебәрҙем. Ҡосаҡлашып күрештек.

      Эргәләге парктағы ултырғыстарҙың береһенә барып һаҡтыҡ. Ауылдашымдың йөҙө тартылыбыраҡ киткән, маңлайына тәрән һырҙар ятҡан, сәстәренә көлдәй һи-белеп сал ҡунған, ошоғаса ныҡ кәүҙәһе һиҙелеп йоҡарған, мин белгән һонторор-аҡ буйы ла түбәнгә тартылғандай. Китсе, шул тиклем дә иртә туҙыр икән кеше! Үкенесле күҙәтеүемде йәшереп һораным:

            – Хәлдәрең нисек?

            – Үҙем ятып, үҙем тороп йөрөп ятҡан көн.

            – Әле беҙгә һарылыр һылыуҙар бар, әле беҙҙе тешләр эттәр бар! - Шағир һүҙҙәре менән һөйләшеүҙе күңелле юҫыҡҡа борорға тырыштым. - Ниндәйерәк йомошто юллауың?

   Хөрмәт шаяртыуҙы ҡабул итмәне, насар ҡырылған сикәләрен һөйәлле усы ме-нән ыуып ҡына ҡуйҙы:

            – Ирекһеҙҙән килдем әле. Йөрәк, тиҙәр.

            – Йөрәк менән шаярмайҙар, ятып дауаланырға кәрәк.

            – Беләм дә бит. Ҡайһылайтып сыҙап ятмаҡ, ҡышҡа әҙерләнергә кәрәк, йо-рт-ҡура тирәһендә мәшәҡәт бөтәме. Ғәбит һаман ситтә ел ҡыуа. Уларҙың да донъ-ялары бар.

            – Һиңә күрше йәшәмәйҙәр шикелле?

            – Барыбер.

            – Сәйер кеше һин, Хөрмәт, нисә йылдарҙан һуң да ҡылғандарыңа төшөнөп етмәйем.

            – Ҡайһылай ғына итәйем. Олоғайыу ғәләмәтеме, әллә икенсе сәбәпме һуң-ғы йылдарҙа баҫылдым, элекке орҙо-бәрҙелек юҡ.

            – Ә мин буранға ҡаршы сыҡҡан йәшлек йылдарын һағынам.

            – Шул кистә һиндә ниндәйҙер шик-шөбһә ҡалды шикелле?

            – Йәшермәйем күңелде гөнаһлы уй кимерҙе кимереүен.

            – Ышанһаң ышан, ышанмаһаң һинең эш, тик шуны әйтәм, Миңһылыу Ғә-биттең ҡыҙы.

            – Китсе, ышанғы килмәй!

            – Күптәр ышанмай, ә бына минең ҡатын менән Ғәбит гөнаһлы түгеллегеб-еҙҙе беләләр. Әгәр шик тотһалар, әллә ҡасан ике ғаилә лә тарҡалған булыр ине. Саҡ менән Суҡ ише йәшәйбеҙ инде шунда, беребеҙ икенсебеҙҙе ташлап алыҫ та китә алмайбыҙ, яҡынлау ҙа мөмкин түгел.

            – Миңһылыуҙы әйтәм, ҙурайғандыр инде?

            – Өфө сәнғәт академияһын тамамланы, әлеге көндә эшләп йөрөй. Йырҙар ҙа яҙыштыра шикелле. Айжанға тартҡандыр, ул да бит моңло, әгәр үҙ мәлендә дө-рөҫ йүнәлештән китһә һис һүҙһеҙ уңыштарға өлгәшер ине.

            – Йөрәк, тиһең, бәлки һиңә берәй ярҙам кәрәктер? Ҡабул итеүгә сиратһыҙ инергә теләһәң табиптарҙың күбеһе менән яҡшы танышмын.

       Хөрмәт күңелһеҙ йылмайҙы:

            – Бикле ишектәргә сиратһыҙ ынтылып өйрәнелмәгән. Ә йөрәккә килгәндә уны алмаштырыу мөмкин түгел, ауыртһа ла үҙемдеке. Сыҙай алғансы сыҙар. Әле артымдан эҙәрлекләгән әжәлдән эҙ яҙлыҡтырайым, тип бында килгән булдым, ә ул ҡалырға уйламай ҙа…  Йә, ярай, хушлашайыҡ, һинең үҙ һуҡмағың, минең - үҙ-емдеке.

       Ҡулдарыбыҙҙы ирҙәрсә ныҡ ҡыҫып хушлаштыҡ.

       Хөрмәт әкрен генә баҫып көҙ һарылығына инеп китте лә тиҙҙән шунда иреп күҙҙән юғалды.

 

                                                               7

 

    Концерттан бергәләп сыҡтыҡ, колледждың ҡаршыһына бағана һымаҡ бейек дүрткел постанментҡа ҡуйылған ҙур ҡала сәғәтенең янында туҡталдыҡ. Миңһыл-ыу әсәһенә ныҡ оҡшағайны, тик ҡаласа көйәҙ кейенеүе уны ҡайһылыр кимәлдә ят итеп күрһәтә. Айжанды тәүге тапҡыр ауыл урамында осратыуым иҫкә төштө.

            – Атайың- әсәйең арыуҙармы?

            – Имендәр. Быйыл йәйге ялымды ауылда үткәрҙем. Әле көн һайын тиерлек шылтыратып хәлдәрен беләм.

            – Үргендәр ни хәлдә?

            – Һәйбәттәр, тик мин бит бишенсе класты тамамлағандан алып ситтә. Баш-та музыкаль һәләттәргә эйә булған балалар өсөн махсус асылған мәктәп-интерн-атта уҡыным, шунан училищы, ары институт. Ауылдаштар минең өсөн бөтөнләй үк ят булмаһалар ҙа уларҙың күптәрен танымайым. Ә бына ауылға бик теләп ҡай-там, тәбиғәтенең матурлығы, хозурлығы яғынан Швейцарияң ары торһон.

            – Башҡаларҙы танымаған хәлдә лә Хөрмәт ағайыңды беләһеңдер бит?

            – Уны беләм. Яҡшы беләм.

            – Үткән йыл ошонда килгәнендә күреп ҡалғайным. Быйыл йыйынһам да ки-сектергеһеҙ эштәр килеп сығыу арҡаһында ҡайта алманым. Нисек йөрөй әле ул?

            – Ишетмәнегеҙме ни, бесәнгә төшөр алдынан йөрәктән китеп барҙы бит.

            – Ни тиклем ҡыҙғаныс… - Көтөлмәгән яңылыҡ быуындарымды алды. - Әйҙә бынау ултырғысҡа ултырып әҙерәк хәл алайыҡ әле.

        Эргәбеҙҙән үтеүселәрҙе күҙләп бер ни тиклем ваҡыт шымтайыштыҡ. Теге ки-лгәнендә Хөрмәт көҙ һарылығында иреп юғалғайны, ә хәҙер көтмәгәндә халыҡ ағ-ымына эйәреп килеп сығып ҡаршыбыҙға баҫыр төҫлө.

            – Матур кеше ине Хөрмәт ағай. - Тынлыҡты Миңһылыу боҙҙо.

            – Эйе, һәйбәт ине. - Уның әйткәндәрен раҫланым. - Ә Айжан…

     Нимә хаҡында белешеремде алдан төшөнгән Миңһылыуҙың йөҙө болоҡһоп китте:

            – Һин дә мин өҙҙөрә баҫып йөрөгән, төҫ ташламаған әсәйем Хөрмәт ағай янында булмағас ҡапыл ғына ҡартайып, бирешеп, бөтөрөнөп китте…

 

Хәйҙәр Тапаҡов

Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: Атайсал 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: