“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына күсмә “РЕНЕКС” рентген-аппараты алынды.
Ҡорамал дауахана палаталарында һәм махсуслаштырылмаған биналарҙа рентгенография тикшереүҙәрен үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Уның мобиль детектор менән йыһазландырылыуы табиптарға компьютер экранына сығарыу юлы менән юғары сифатлы һүрәттәр алырға мөмкинлек бирә. Төп үҙенсәлектәре – еңел күсереп йөрөтөү, конструкцияның тотороҡлоғо, махсус контейнерҙа кассеталарҙы уңайлы һаҡлау мөмкинлеге.
– Күсмә рентгенографта тикшереү сирҙәрҙе иртә стадияла диагностикалауҙы сифатлы үткәрергә ярҙам итә. Иң мөһиме – яңы ҡорамалда аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттарҙы транспорт менән бер ҡайҙа ла йөрөтмәй урында тикшерергә мөмкин, – тип билдәләне Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Владислав Ваһапов.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.